Татьяна Демидович Александр Карлюкевичтың "Һыу ғали йәнәптәренең атамалары"н белорус телендә уҡыһа, уны башҡорт теленә тәржемә иткән журналдың бүлек мөхәррире Рита Хәсәнова тамашасыларға әҫәрҙең башҡортсаһын тәҡдим итте. "Аҡбуҙат" журналының яуаплы секретаре Миңлегөл Тайсина үҙе тәржемәләгән "Айғыр менән Үгеҙ" яҡут халыҡ әкиәте менән таныштырҙы, бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова шулай уҡ үҙе тәржемә иткән "Кеше нисек эт һәм бесәй менән дуҫлашҡан" әкиәтен уҡыһа, был әкиәтте ҡаҙаҡса М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, ҡаҙаҡ ҡыҙы Раида Жанебекова һөйләне. Бүлек мөхәррире Зөһрә Рәхмәтуллина журналда баҫылған Шәриф Биҡҡол шиғырҙарын тасуири уҡып ишеттерҙе.
"Аҡбуҙат"тың был яңы һаны менән таныш булһағыҙ, уның сағыу матур тышлығына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Уның авторы — Ирина Әхмәҙуллина. Рәссам менән сәхнәлә баш мөхәррир Лариса Абдуллина йәнле әңгәмә ҡорҙо.
Әзербайджан шағиры Ахмед Хаксеверҙың балалар өсөн яҙылған иҫ киткес шиғырҙарын башҡортсаға Лариса Абдуллина тәржемәләгән. Уларҙы әзербайджан телендә Балоглан Жалил яңғыратты. Татар яҙыусыһы Дилә Булатованың "Сәк-сәк ниңә сәк-сәк?" хикәйәһе менән Дилә Мөхәррәм-Хәйретдинова таныштырҙы.
Журналыбыҙҙың "Шәхес һәм мин" рубрикаһының геройы Айгөл Исламғолованың образға инеп ненең халыҡ әкиәтенең һөйләүе барыһының да күңеленә хуш килде.
Сара барышында килгән барлыҡ кескәй балаларға ла "Аҡбуҙат" баҫмаһының яңы һаны бүләк ителде.
"Аҡбуҙат" журналынан