Башҡортостанда «Һөт кухняһы» продукцияһын ҡулланыусылар иғтибарына

2024 йылдың 1 июленә Башҡортостанда льготалы категорияға ҡараған 23,6 мең кеше «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай ала. Улар иҫәбендә – йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ опекаға алынған өс йәшкә тиклемге балалар. Был хаҡта республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Башҡортостанда «Һөт кухняһы» продукцияһын ҡулланыусылар иғтибарынаБашҡортостанда «Һөт кухняһы» продукцияһын ҡулланыусылар иғтибарына
Башҡортостанда «Һөт кухняһы» продукцияһын ҡулланыусылар иғтибарына

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Һөт кухняһы» Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2019 йылда булдырылды. Ошо осорҙа республикала ете етештереү цехы – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта һәм Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында – асылды.

Башҡортостан муниципалитеттары биләмәһендә продукцияны 132 пунктта, шул иҫәптән дарыуханаларҙа һәм поликлиникаларҙа ла, алырға мөмкин. Шулай уҡ алыҫ урынлашҡан һәм аҙ һанлы 61 тораҡ пунктты дүрт автокибет хеҙмәтләндерә. Балалар аҙыҡ-түлеге менән бушлай тәьмин итеүгә ғаризаны Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәренең барлыҡ офистарында йәки «Һөт кухняһы» продукцияһын таратыу пункттарында тапшырырға мөмкин.

– 2024 йылдан документтарҙы өйҙән сыҡмайынса «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәргә мөмкин, – тип аңлатты Алексей Гусев. – Ғаризалар ошо рәүешле тиҙерәк ҡарала.

«Һөт кухняһы» 23 төр продукция етештерә. Улар араһында – һөт, эремсек, бәләкәй йәштәге балалар өсөн йогурттар һәм печенье. Ә 2024 йылдың июненән өлкәндәр һәм өс йәштән ҙурыраҡ балалар өсөн һөт продукцияһы – полиэтилен шешәләрҙә һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, эремсек – етештерә башлағандар.

– Бөтә аҙыҡ-түлекте тәбиғи нормалләштерелгән һөттән яһалма өҫтәмәләрһеҙ һәм майҙың масса өлөшө талаптарына ярашлы әҙерләйҙәр. Әсе һөт продукцияһын һаҡлау ваҡыты – 14 көндән, ә һөттөкө 10 көндән артмай, – тип өҫтәне Алексей Гусев. – Яңы ассортименттағы тауарҙарҙы «Һөт кухняһы»ның таратыу пункттарында, шулай уҡ «Байрам» магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрлығының һөт кухнялары селтәрен үҫтереү йәһәтенән эшенең һөҙөмтәлелеген билдәләне һәм ведомствоға етештереү ҡеүәтен арттырыу буйынса эште дауам итергә ҡушты.

– Беҙҙең «Һөт кухняһы» – илдә бындай форматта эшләүсе һәм етештереү күләме буйынса аҙ һанлы проекттарҙың береһе. Бының өсөн командағыҙға рәхмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер үҫеш йүнәлештәре буйынса артабан уйларға кәрәк. Бында ике вариант булырға мөмкин. Беренсе осраҡта һүҙ тауар ассортиментын киңәйтеү, яңы файҙалы һәм тәмле аҙыҡ-түлек булдырыу хаҡында бара. Икенсе вариант етештереү күләмен арттырыуҙы һәм яңы баҙарҙарға сығыуҙы күҙ уңында тота. Республикала һөт күп, уны эшкәртергә кәрәк.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас