Бөтә яңылыҡтар

Яҡшылыҡ уның заты

М.С. БУРАҠАЕВА, педагог, яҙыусы һәм йәмәғәтсе, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Яҡшылыҡ уның заты
Яҡшылыҡ уның заты

Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова (Кәлимуллина) республикабыҙҙың мәғариф системаһына 50 йыл ғүмерен арнаны.
Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы 1954 йылдың 25 июнендә Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Меңйетәр ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында тамамлай, урта белемде Күмертау ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Иглин районы Меңйетәр урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып башлай. 1973 – 1977 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый.
Институтты тамамлағандан һуң Иглин районының Үктәй, Менңйетәр мәктәптәрен дә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 1983 йылда Иглин район мәғариф бүлегенә методист итеп күсерелә. Һуңынан ғаилә хәле буйынса Учалы районының мәғариф бүлеге ҡарамағында эшләй башлай. 12 йыл райондың методик кабинет мөдире булып хеҙмәт итә.
1997 йылда Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге белгесе итеп күсерелә. 2004 йылда бүлек етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
М.М. Ғилметдинова мәғариф өлкәһендә республика программаларын, шул иҫәптән «Башҡортостан Республикаһы балалары» Президент программаһын, «Башҡортостан Республикаһында балаларға өҫтәлмә белем биреү системаһын үҫтереү» маҡсатлы программаһын әҙерләүселәрҙең береһе булып тора. Уның етәкселегендәге бүлек йыл һайын юғары кимәлдә уҡыусылар менән республика һәм Бөтә Рәсәй сараларын ойоштора. Шулай уҡ йыл дауамында мәғариф бүлектәренең тәрбиә һәм һауыҡтырыу эшмәкәрлеге координаторҙары, балаларға өҫтәлмә белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, мәғариф бүлеге етәкселәре, республика район һәм ҡалалары хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары менән семинар-кәңәшмәләр уҙғарыла. Ошо йылдарҙа балаларға өҫтәлмә белем биреү системаһын үҫтереү, республикала һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороу буйынса методик йыйынтыҡтар, «Башҡортостан Республикаһының өҫтәлмә белем биреү системаһына 100 йыл», «Мәғарифты үҫтереү тарихы музейына 20 йыл» китаптары нәшер ителә.
Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, «Аҡ тирмә» милли мәҙәниәт үҙәге йәмәғәт ойошмаһының рәйес урынбаҫары вазифаһын башҡара. Халыҡ педагогикаһы һәм «Урал батыр» мәктәбе нигеҙендә балаларҙы тәрбиәләү буйынса проекттар сиктәрендә республика педагогтары менән осрашыуҙар ойоштора, практик семинарҙар үткәрә.

 

Ғүмер – ул иҫтә ҡалған мәлдәр. Ҡайһы бер иҫтәлекле мәлдәр ғүмерҙе шул тиклем нурландырып, яҡтыртып ебәрә, уларҙы ҡабат4ҡабат күҙ алдына килтерге, хәтерләге килә.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Күмертау ҡалаһы эргәһендәге Маяҡ ҡасабаһында интернат-мәктәптә эшләп киткән бер йылым, һис шикһеҙ, ғүмеремде оҙайтыусы, иҫкә алған саҡтарҙа болотло көндә ҡапыл ҡояш ҡалҡҡан һымаҡ балҡытып ебәргән мәлдәрҙең береһе.
1965-1966 уҡыу йылында бер юлы X – XI кластарҙа (ул йылда һуңғы тапҡыр XI класс булды) башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрес тәре алып барҙым. Тотош интернат, мәктәп бер бөтөн ине бында. Ҙур бер ихата. Уҡытыусылар ҙа ошонда, мәктәп йорттарында йәшәй, балалар ҙа. Бында мин үҙемде уҡытыусы итеп түгел, ә уҡыусылар коллективы ағзаһы итеп тойҙом. XI класта
минән аша ҡарап торған оҙон-оҙон буйлы ҡыҙҙар һәм егеттәр, йәш араһы ла дүрт йыл тирәһе генә. Беҙ, тотош уҡыусылар менән, һәр ваҡыт бергәбеҙ. Радио-телевидение юҡ, түңәрәктәр әллә ни эшләмәй.
Вәли Ғәбит улы Байморатов (курсташым) менән тел һәм әҙәбиәт, тасуири уҡыу, драма түңәрәктәре асып ебәргәйнек, мәктәп уҡыусылары барыһы шул түңәрәктәргә йөрөй башланы. Нимә генә уйлап сығарманыҡ... Ул саҡтарҙа киң таралған “Зәңгәр ут” (“Голубой огонек”) та үткәрә инек. Кисәләрҙең күбеһе боронғо башҡорт йырҙары тарихына арналды, йырҙар өйрәндек. Вәли Ғәбит улы бейеүҙәр һалды. Шәмбе һайын мәктәптә кисәләр ойош торһаҡ, аҙна араһында киске аштан һуң өймәкләшеп фатирға килеп инәләр, күмәгерәк булып китһәк, мәктәпкә юл алабыҙ.
“Йырҙар” китабынан баштан башлап йыр һайлап, йырлай башлайбыҙ. Хатта иң беренсе торған йыр “Интернационал”ды ла йырлата ине балалар.
Ни өсөн хәтерләүҙәргә төшөп киттем? Шул йылдарҙа “Оптимистическая трагедия” фильмы донъя яулағайны. Мин дә был фильмды бер нисә тапҡыр ҡарағандан һуң, тәьҫирләнеп, комиссар ҡыҙ хаҡында ҡыҫҡа ғына итеп сәхнә әҫәре эшләнем...
Маяҡ мәктәбе тарихына төшөп китеүем тап ошо комиссар ҡыҙҙы уйнаған уҡыусы тураһында яҙайым тип ултырыуҙан башланды. Фильмда Комиссар ролен Маргарита Володина башҡара ине. Актриса матур ғына түгел, күҙҙәре тәрән мәғәнәле, ҡыйыу ҡарашлы, өҫтәүенә, ниндәйҙер эске көслө тойғо ҡарашына сәмле балҡыш өҫтәй. 

Мин беренсе тапҡыр бишенсе класҡа дәрескә ингәндә, иң беренсе партала бәләкәй генә кәүҙәле бер ҡыҙ баланы күреп, ҡапыл ҡаушабыраҡ ҡалдым. Бәләкәй генә ошо уҡыусының күҙҙәре
тап Володинаныҡы кеүек тойолдо: саф ҡарашлы ҙур күҙҙәр бөтөн яңылыҡты йотоп алырҙай ҡыҙыҡһыныусан. Һине үтәнән-үтә күргән, тағы-тағы ниҙәр һөйләрһегеҙ, тип, һәр һүҙҙе йотоп, һәр хәрәкәтте отоп ултырған кеүек. Трагедияны балаларға яраҡлаштырып башҡортсалап яҙҙым да сәхнәләштерҙек һәм Комиссар ҡыҙ булып ошо уҡыусым – Мәрүә Кәлимуллина уйнаны. Шул тиклем тырышып уйнаны, ныҡ яуаплы ҡараны был ышанысҡа. Бәләкәй генә кәүҙәһе олпатланып, ҡарашы етдиләнеп, хәрәкәттәре теүәлләнеп китер ине. Мәктәптә, хатта Маяҡ ҡасабаһы клубында ла ҡуйылды тамаша. Класс уҡыусыларының барыһын да, малайҙарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла матрос итеп кейендерҙек.
Комиссарҙың анархистар менән тәү осрашыуы, уларға ҡурҡмай, ҡыйыу ҡарап тороуы әле лә күҙ алдында. Әлбиттә, трагедияның балалар уйнарлыҡ, улар аңларлыҡ өҙөктәрен генә алғайным. Шулай ҙа, хатта өлкән класс уҡыусылары ла был тамашанан һуң байтаҡ ваҡыт тәьҫирләнеп йөрөнө.
Бер йылдан һуң Өфөгә күсергә тура килде. Журналислыҡ юлынан киттем. Әммә ошо Маяҡ ҡасабаһында башланған уҡытыусылыҡ эше, уҡыусыларға, башҡорт теле менән әҙәбиәткә булған һөйөү күңелемә уйылып ҡалғайны. Журналислыҡ эшен яратһам да, ҡасан да булһа класс журналы тотоп, күҙҙәре бызмырлап һәр дәрестән яңылыҡ көтөп ултырған уҡыусылар янына ҡайтыр һымаҡ инем.
Өс йыл Белорет районы Йөйәк мәктәбендә эшләп тә алдым. Мәктәпкә ҡайтыухыялы көсәйҙе генә! Ә инде илдә демократик үҙгәрештәр башланып, инновацион уҡыу йорттарына юл асылғас, ҡанатланып киттем. Ниһайәт, күптәнге хыялым тормоҡа аша: мәктәптәрҙә икенсе планға ҡала килгән тәрбиә эшен белем биреү менән бер рәткә күтәреп, яңы уҡыу предметы индереп буласаҡ! Тыуған ауылым, туған мәктәбем Иҫәнғолға ҡайтып, гимназия кластары, артабан гимназия асып, этнопедагогика йүнәлешендә “Тормош һабаҡтары” программаһы төҙөп
(өс авторлыҡта: И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаева, М.Б. Юлмөхәмәтов), халыҡ тәрбиәһе йүнәлешендә эш башланыҡ. Дәрестәрҙе Илгизәр Диҡҡәт улы менән мин алып барҙым. Бер йыл тәж рибә дәрестәре үткәргәндән һуң, Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән конференция үткәрҙек. Ошо конференцияла эске нур һирпеп баҙлап торған ҡарашлы Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова менән осраштыҡ. “Таныйһығыҙмы? Мин һеҙҙең уҡыусығыҙ”, ти. Иң ныҡ иҫтә ҡалған уҡыусыларымдың береһен нисек танымай ти?!! Комиссар!!!
Халыҡ тәрбиәһе һабаҡтары буйынса беренсе тапҡыр ойошторолған конференция һәм мин күрһәткән асыҡ дәрес ҡатнашыусыларҙың күңелдәренә хуш килде. Ике йөҙҙән ашыу ине килеүселәр.
Асыҡ дәресте лагерь майҙанында тышта бирҙем. Уҡытыусылар, ғалимдар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Фекер алышыуҙа Күмертауҙан килгән уҡытыусы-методист Ф. Санъяров халыҡ тәрбиәһе йүнәлешендәге был предметты республика һәм күрше өлкәләрҙең башҡорт мәктәптәрендә уҡытырға тигән тәҡдим индерҙе. Мәктәптәрҙә лекциялар уҡырға, асыҡ дәрестәр күрһәтергә саҡыра башланылар. Иҫәнғолда халыҡ педагогикаһы буйынса үткәрелгән беренсе конференциянан һуң күп тә үтмәне, Учалы районында Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова
тирә-яҡ өлкә мәктәп тәре у ҡы тыу сыларында саҡырып, олоғара кон ференция үткәрҙе. Ул хәтлем киң ҡоласлы, йөкмәткеле конференцияны әҙерләү өсөн ысын комиссар ҡоласлы ойоштороусы булыу кәрәк. Өҫтәүенә, беҙҙең роно мөдире (халыҡ педагогикаһының нимә һәм ни өсөн кәрәклеген аңлап етмәгәнме, сәбәбе билдәһеҙ) Учалылағы коллегаһына шылтыратып, бөтөнләй кәрәкмәгән эш менән шөғөлләнеүем, лекцияларымдың “һай” булыуын тәфсирләп “аңлатып” ҡуйған.
Мөдир аптырап ҡалған. Бәләкәйҙән комиссар рухы һеңгән Мәрүә һылыу нисек аңлатҡандыр мөдиргә, әммә конференция үткәреү өсөн рөхсәт алып, ғәжәп киң ҡоласлы эш йәйелдереп ебәргән. Йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы, бер аҙнаға һуҙылған сара, әллә нисәмә мәктәптә “Тормош һабаҡтары”нан асыҡ дәрестәр: халыҡ тәрбиәһе, халыҡ тарихы, халыҡ медицинаһы, халыҡ ғилеме, халыҡ йырҙары, балалар уйындары, шәжәрә буйынса асыҡ дәрестәр, хатта ауыл мәҙәниәт һарайында халыҡ медицинаһы буйынса (тәжрибәле, исемдәре тирә4яҡҡа билдәле
халыҡ дауалаусылары саҡырылғайны) үткәрелгән саралар... Мине аптыратҡаны шул булды: Учалы роно мөдирен нисек итеп ҡыҙыҡһындырып, иң тәүге лекцияма алып ингән? Ә аҙаҡ иһә мөдир, тотош роно хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп, бер генә лекциямдан да ҡалмай йөрөнө. Ғәжәп!
Былар барыһы ла “комиссар Мәрүә”нең тырышлығы, халыҡ менән эшләй белеүе, үҙе инанған хәҡиҡәткә башҡаларҙы ышандыра белеү, йәлеп итеү оҫталығынан ине.
Аҙаҡ инде, Өфөгә Мәғариф министрлығына эшкә күсерелгәндән алып, бөгөнгө көнгә тиклем бергәләшеп һалған һуҡмаҡтан атлайбыҙ: ауыҙҙан берәй идея ысҡынып ҡалһын, шунда уҡ эләктереп ала, артабан үҫтерә, байыта, тормошҡа ашырыу юлдарын таба, етәкселәрҙе ышандыра ала. “Йәйләү” балалар ял итеү үҙәге, Шәжәрә байрамдары, “Башҡортостан ынйылары” конкурсы, һуңғы йылдарҙа “Урал батыр мәктәбе”... Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уны аңлап, ихлас бирелеп эшләгән хеҙмәткәрҙәр кәрәк.
Уныһын да ойоштора. Курс артынан курс. Райондарҙа, Өфөлә... Лекциялар уҡый, белгестәрҙе саҡыра, асыҡ дәрестәр ойоштора. Алмаштырғыһыҙ Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәр саҡ тигәндәй бындай лекцияларҙа ла, Йәйләү балалар ял итеү үҙәгендә лә уның менән бергә йөрөп, ҡумыҙ серҙәренә өйрәтеп, республикабыҙҙа ҡумыҙсылар һанын ишәйтеп ебәрҙе.
Бер үк маҡсатты – уҡыусыларҙы быуаттар буйы камиллаша килгән алмаштыр ғыһыҙ тәрбиә һабаҡтары – этнопедагогика нигеҙендә тәрбиәләү иң йоғонтоло тәрбиә тигән йүнәлеште үҙ ҡо ласына алған был проекттарҙы М. Ғилметдинова Мәғариф министрлығында эшләгән сағында ла, хаҡлы ялға сыҡҡас та, әле лә – “Аҡ тирмә” милли4мәҙәни үҙәгендә ең һыҙғанып эшләй. Һәр идеяны тулыландырып, камиллаштырып, еренә еткереп башҡара ул. Һуңғы сараларҙан тағы республика кимәлендә үткәрелгән “Бураҡаева уҡыуҙары” хаҡында әйткем килә. Этнопедагогик йүнәлештәге был уҡыуҙар ошоғаса аҡтарылмаған сиҙәм ул. “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге – рәйесе урынбаҫары олоғара был эште лә үҙ елкәһенә һалды. Ә бит был милли4мәҙәни үҙәк
йәмәғәт башланғысында ғына эшләй. Бер нәмәне генә аңлай алмайым: бик иртә әсәйһеҙ ҡалған, бишенсе кластан ситкә уҡырға киткән Мәрүәлә ундайғәжәп сифаттар ҡайҙан ул? Үҙтәрбиәме? Ҡанына һалынған нәҫелдән күсә килгән сифаттармы? Үҙе инанған, мотлаҡ үтәлергә тейеш, тип ҡараған бурысыңды етәкселәргә лә, үҙ бүлегендәге хеҙмәткәрҙәренә лә, был сараларҙы үткәрергә билдәләнгән район етәкселәренә аңлата белеү (“Башҡортостан ынйылары” нисә йылдар инде Әлшәй районында үтә), инандырыу, ризалатыу, эшләтеү, фекерҙәштәр табыу, үҙ фекереңде һеңдерә белеү... Бәхәсһеҙ, тауыш-тынһыҙ ғына аңлатып, ғәмәлгә ашырыу оҫталығы ҡайҙан был “комиссар” һылыуҙа? Ошо һорауға яуап эҙләнем. Сөнки тәрбиә һабаҡтары, айырыуса лидер тәрбиәләү өсөн был бик тә кәрәкле сифаттар. Ә инде артабан үҫмерҙәрҙә ошо ҡиммәтле сифаттарҙы тәрбиәләү өсөн, уның ниндәй орлоҡтан шытым биргәнен белеү мөһимУйлана һәм Мәрүә Мирсәйет ҡыҙының эш алымдарын күҙәтә торғас, шундай һығымта яһаным: ул үҙенә йөкмәтелгән һәр бурысты намыҫ эше тип ҡабул итә һәм һәр саҡ үҙ намыҫы алдында яуап лылыҡ тоя. Ә үҙ намыҫың алдында яуаплылыҡ тойоу – “Урал батыр” эпосында әйтелгәнсә, иң маҡтаулы сифат. Был сифат яҡшылыҡ тип атала.
Шуға эпоста төп васыят – “Яҡшылыҡ булһын затығыҙ”! Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова тотош булмышы-заты менән халыҡтың ошо билдәләүенә тап килә.
Идеяларымды, проекттарымды тормошҡа ашырыуҙа Мәғариф министрлығында, әле “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгендә эшләгән тынғыһыҙ, тоғро йөрәкле рухташымдың булыуы – минең өсөн оло бол. Ҙур рәхмәт һиңә, ҡәҙерле фекерҙәшем!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: