Файҙалы эштәр йылы
31 Июля 2024, 13:30

Китапхана – аҡыл хазинаһы

Г.Ғ. ХӘЙБУЛЛИНА, Ишембай муниципаль районынының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы методисы;А.Ғ. САҘРЕТДИНОВА,китапханасы

Китапхана – аҡыл хазинаһыКитапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы

Бөгөнгө китапхана – китап һаҡлау урыны ғына түгел, яңы технологиялар ҡулланылған мәғлүмәти, мәҙәни һәм белем биреү үҙәге лә.Ишембай ҡалаһының үҙәк биләмә-ара модель ЭтноСмарт яңы быуын китапханаһы тап шундайҙарҙың береһе.
1932 йылда барлыҡҡа килгән китапхана оло тарихҡа эйә һәм йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Үткән йылдың 10 октябрендә, «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендәге конкурста еңеү яулап, китапхана тантаналы рәүештә яңы форматта асылды. Был учреждение заманса йыһазландырылып, эстетик зауыҡ менән биҙәлгән мәҙәни үҙәккә әүерелде. Күп функция лы яңы быуын китапханаһы өр-яңы китаптар менән тулыландырылды, ҡеүәтле компьютерҙар, мультимедиа техникаһы алынды, заман талабына ярашлы итеп төрлө зоналарға бүленде. Шундай зоналарҙың береһе – Интеллект үҙәге. Был киңлек китапханаға ҡыҙыҡһыныу уятыу, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һәләтен, ижадын үҫтергән дәрестәр үткәреү һәм осрашыуҙар өсөн уңайлы урын.
Балаларҙы төбәктең этномәҙәни төрлөлөгө менән таныштырыу өсөн тәғәйенләнгән ЭтноБелем лабораторияһы эшләп килә. Бында үткәрелгән ҡыҙыҡ лы дәрестәр, фәһемле экскурсиялар аша үҫеп килеүсе быуын республикабыҙҙа йәшәгән халыҡ тарҙың йәшәйеше, милли кейемдәре, фольклор уйындары менән таныша ала.
Ошо юҫыкта был лабораторияла «Өләсәйем һандығы» район-ҡала ижади конкурсы үткәрелде. Конкурста дөйөм белем биреү мәктәптәренән, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан конкурсанттар, үҙешмәкәр коллективтар, ҡала һәм район башҡарыусылары «Яулыҡ – заман бәйләнеше», «Милли биҙәк», «Ата-бабалар ауазы» номинацияларында ҡыҙыҡлы эштәр тәҡдим итте. Заманса һәм ҡыҙыҡлыдискуссия майҙансығы – йәштәрҙең интеллектуаль аралашыуы һәм оҫталыҡ
дәрестәре өсөн тәғәйенләнгән. Йәштәр «Ижади экстрим өҫ тәлендә” шөғөлләнеп, аң кимәлен камиллаштыра ала. Тағы ла актив зоналарҙың береһе – «ТәмлеТерритория» кулинария студияһы. Ул аш-һыу әҙерләргә яратыусылар һәм уның серҙәренә төшөнөргә теләгәндәрҙең ожмах мө йөшө! Майҙансыҡ, кулинария сараларын уҙғарыу өсөн кәрәкле булған, өр-яңы көнкүреш техникаһы һәм кә рәк=яраҡ тар менән йы һаз лан дырылған, шулай уҡ аш-һыу рецептары тупланған китаптар урын алған. Был зонала ҡала мәктәптәренең хеҙмәт дәресе уҡытыусылары имбирлы прәнниктәр, кекстар, копкейктар, печенье-торттар, пиццалар бешереү буйынса оҫталык дәрестәре үткәрә. Ололар ҙа, балалар ҙа оҫталыҡ дәрестәренә бик теләп йөрөйҙәр.
Уҡыу залы, йәғни актив-үҙәк – иң әүҙем зона,бында балалар ата-әсәләре менән бергә китап уҡыйҙар,VR-аттракционда уйнайҙар, автотренажерҙа шөғөлләнеп, водитель һөнәрен үҙләштерәләр, тиҫтерҙәре менән аралашалып ял көндәрен ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрәләр.
Үҫеш өсөн комплекслы уйын һәм заманса китапхана ҡорамалдары булған «Драйв» – креатив майҙансығы йәштәр,
үҫмерҙәр өсөн айырыуса йәнле аралашыу һәм белем биреү урыны һанала. Конференциялар залы – тап ошонда төрлө ҡыҙыҡлы әҙәби кисәләр, билдәле шәхестәр, ҡәләм оҫталары менән осрашыуҙар, конференциялар,эшлекле онлайн һөйләшеүҙәр, телекүпер, ZOOM аша кәңәшмәләр, йәнле аралашыуҙар үткәрелеп тора. Конференциялар залы видеоларҙы ҡарау өсөн махсус акустикһәм проекция аппаратураһы менән йыһазландырылған.
Февраль айында Ишембай нефть колледжы студенттары өсөн Афғанстандағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы Илдус Хөснөтдинов менән осрашыу кисәһе үтте.Ул үҙенең хәрби хеҙмәте, Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне.
Шулай ук Рәсәйҙә «Ғаилә йылы» һәм Башҡортостанда «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы» сиктәрендә «Илһам шишмәләре» район-ҡала шиғриәт ижади кисәһе уҙғарылды.
«Ижад ул – күңел торошо» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә «Йәшлек» гәзитенең «Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт» бүлеге хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова, доцент, филология фәндәре кандидаты, шағирә Рита Фәтҡуллина ҡатнаш ты. «Башҡортостан республикаһының дөйөм ҡулланылыштағы китапханаларының сит ил агенттары һәм экстремистик материалдарҙың федераль исемлеге менән эште ойоштороу» зона семинары үтте.
Семинарҙа Ишембай, Күмертау, Мәләүез һәм Көйөргәҙе ра йондарының үҙәкләштерелгән китапхана системалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.Июнь айында Башҡортостандың билдәле кеше ләре менән «Шәхес. Ижад. Тормош» тигән ижади осрашыуҙа педагог-методист, ғалим, яҙыусы, шағирә, тәржемәсе Земфира Сәхипова, педагог, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры Салауат Кәримов, педагог, яҙыусы Зөлфиә Шәһитова ҡатнашты.
Китапхананың “Креатив-оҙон ғүмерлелек” майҙансығы иһә оло быуын кешеләренең яратҡан ял урыны. Зона өр-яңы йомшаҡ мебель, аҡыллы «Кинетика сәнғәте» өҫтәле, шулай уҡ белешмә әҙәбиәт һәм ял сәғәттәрендә уҡыр өсөн нәфис әҙәбиәт менән тулыландырылған. Китапханала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә бар уңайлыҡтар булдырылған:
ишектәр киңәйтелгән,хеҙмәткәрҙе саҡырыу өсөн кнопка, навигация ҡуйылған, пандус һәм санузел яңыртылған.
Был «Сик һеҙ донъя» майҙансығында махсус программалы компьютер, Брайль шрифтлы китаптар, «һөйләүсе китаптар», дискы лар һәм флеш-карталар урын алған. Китапхана хеҙмәткәрҙәре 30 йылдан ашыу Салауат һуҡырҙар йәмғиәтенең Ишембай төркөмө менән бик әүҙем эш алып бара. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау, уларҙы йәм ғиәткә интеграциялау хәҙерге этапта китапхана эшенең иң интенсив үҫешкән йүнәлеше булып тора. Китапханала һуҡыр һәм насар күргән кешеләрҙе «Универсаль мобиль ярҙамсы» программаһы буйынса уҡытыуҙар башланды. Смартфонды һәм компьютерҙы өйрәнеү курстары Бөтә Рәсәй социаль проекты сиктәрендә, Түбәнге Новгород өлкә насар күреүселәрҙе реабилитациялау үҙәге «Камерата» ойошторған программа сиктәрендә Ишембай районы муниципаль районының китапханалар селтәре менән берлектә уҙғарыла.
Яңы быуын китапханаһында насар һөйләшкән, йә иһә бөтөнләй һөйләшмәгән, ярҙамға мохтаж булған балалар өсөн «Логопедик Шхуна» интерактив комплексында «Йәш гений» заманса үҫеш кабинеты эшләй. Бында бай тәжрибәле педагог-логопед ярҙамға мохтаж булған балалар менән мауыҡтырғыс уйын формаһында төҙөлгән дәрестәр үткәрә.Китапхананың электрон уҡыу залы күптәрҙең яратҡан урынына әүерелде. Ошо залда китапхананың типографияһы
урынлашҡан, бында төрлө брошюралар, календарҙар, тематик открыткалар баҫтырыла. «Урын генийы» проекты сиктәрендә балалар типографияла үҙ аллы шөғөлләнә. Китапхана уҡыусылары компьютерҙа эшләй, мәғлүмәттәрҙе һаҡлай, принтерҙа баҫтыра, консультант ярҙамында үҙ ҙәрен ҡыҙыҡһындырған темаларға бе лешмәләр йыя. Бынан тыш,
ҡулланыу сыларға Рәсәйҙәге китапханаларҙа һаҡланған һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар менән танышыу мөмкинлеге бар.
Бөгөн китапханала үҙ эшен яратҡан, китапҡа ғашиҡ булған, яҡташтарына белем донъяһын асыу теләге менән янып торған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шунһыҙ уңышҡа өлгәшеп тә булмайҙыр, әлбиттә. Заман технологиялары һәм махсус ҡорамалдар ярҙамында балаларҙы, йәштәрҙе, ғөмүмән төрлө быуын кешеләрен йәлеп итеү өсөн баркөсөн һалалар.Китапханасылар үткәргән сараларға ҡала һәм ра йон халҡы ҙур теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй. Үҙ эшен еренә еткереп башҡарған,
яуаплы, тәжрибәле, алдынғы ҡарашлы Айгөл Зиннәтулла ҡыҙы Ҡәҙерғолова Ишембай муниципаль районынының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһын 2021 йылдан етәкләй. Иғтибарлы, хәстәрлекле, яҡшы һүҙен ваҡытында әйтә һәм рухландыра белеүсе етәксене коллектив ихтирам һәм хөрмәт итә.
Заманалар үҙгәреп, мәғлүмәт күпләп интернет киңлектәрендә йәйелдерелһә лә, китапхана үҙ абруйын төшөрмәй, китап һөйөүселәргә рухи тәрбиә биреүсе, матурлыҡҡа һәм мәҙәниәтле булырға өндәүсе белемьбиреү үҙәге булып ҡала. Аң-белемгә юл асҡан, мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереүҙә ярҙам иткән китапхананан киләсәктә лә кешеләр өҙөлмәһен ине.

Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Китапхана – аҡыл хазинаһы
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас