Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Сентябрь 2024, 13:48

Хөкүмәтебеҙ отставкаға китә

Дүшәмбе көн Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров яңы етәксенең вазифаға инеүенә бәйле хөкүмәттең отставкаға китергә тейешлеген белдерҙе.

Хөкүмәтебеҙ отставкаға китә
Хөкүмәтебеҙ отставкаға китә

«Бурыстарҙы үтәү тураһында указға ҡул ҡуйырмын һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мин беҙҙең парламентҡа премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙары кандидатураһы буйынса тәҡдимдәр индерермен», —  тине Радий Хәбиров.

Ул «ҡатмарлы йылдарҙы бергә үткән» үткән идара итеү командаһының күсәгилешлеген һаҡларға вәғәҙә бирҙе. Киләһе аҙнаның аҙағына яңы хөкүмәт формалашырға тейеш, тине Башҡортостан Башлығы.

Сығанаҡ: ИА Башинформ

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: