Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
24 Сентябрь 2024, 09:02

Аҡһаҡалдан - аҡыл

Сәйфи Ҡудаштың фәһемле фекерҙәре

Аҡһаҡалдан - аҡыл
Аҡһаҡалдан - аҡыл

Егет янына егет баҫһа, ғәскәр була,
Ҡалҡан булып,
Тыуған илен һаҡлап тора.

Батыр яуҙа, сәсән дауҙа беленә,
Ат һанала тауға менгәндә.
Егет таныта үҙен Тыуған илгә
Ауыр, ҡыйын көндәр килгәндә.

Ни мәғәнә бер йөҙ йыл йәшәүҙән,
Ниңә йәшәүеңде белмәһәң.
Халҡың өсөн әгәр йөҙ тинлек тә
Изге эш ҡалдырып үлмәһәң.

Киткән өсөн хата юлдан
Ғәйепләмә аяҡтарҙы,
Бәлки, әрлә аяғтарға
Юл күрһәткән "Маяҡ"тарҙы.

Теләктәргә ирешеү ауыл түгел,
Өмөт булһа әгәр юлдашың.
Яңғыҙ булһа -
булһын юлсы күңел,
Тик өмөтһөҙ генә булмаһын.

📝Башҡортостан календарынан

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: