Һәммә кешене берсә ғәжәпләндерә, берсә ҡыуандыра, берсә уйҙарға һала, йәиһә ҡанатың һынғанда янынан ҡанаттар үҫтерә, ҡара ҡайғыларға батҡан мәлдәрҙә донъяларға яңы күҙлектән ҡарарға мәжбүр итеүсе, ғөмүмән - үҙенсәлекле шиғриәте менән республикала бөгөн үҙ һуҡмағын тапҡан талантлы шағирә Римма Ғәлимованың өр яңы "Бәхетте аңлар йәштә" исемле китабының исем туйын үткәреп ҡайттыҡ.
Байрам бик йәнле үтте. Сөнки шағирәнең ижадын үҙ иткән, уны яратҡан уҡыусылар йыйылды. Күмәкләшеп шағирәне тыуҙырған ғәзиз атайсалына барып ураныҡ; бала сағына, мәктәп,йәшлек йылдарына сәйәхәт ҡылдыҡ; ғәзиз атай-әсәйҙәрен, туғандарын күргәндәй булдыҡ.
Ә инде мөхәббәт лирикаһынан йәндәребеҙ сафлыҡ менән, ҡайнар тойғолар менән һуғарылды.Үҙебеҙҙе Бәхет янында, Мөхәббәт янында торғандай хис иттек.
Шағирәнең журналист булараҡ тормошо тулы ҡанлы булыуға ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының эшен йәнләндереп, уға ҡот өҫтәп ебәреүе маҡтауға лайыҡ.
Төрлө йәштәге ҡәләмдәштәр хәҙер унда кинәнеп йыйылабыҙ.
Һәр осрашыуҙы һағынып көтөп алабыҙ.
Титулдары күп булыуға ҡарамаҫтан шәхсән уның ижадын мөкиббән китеп яратыусылары бар булыуы менән бәхетле бөгөн Римма!
Ошо осрашыуҙа уның ошо яңы китабын ҡалабыҙҙың Ғәли Ибраһимов исемендәге премияға ла бер тауыштан тәҡдим иттек.
Киләсәктә лә гел уңыштар, гел текә үрҙәр үҙеңә, ҡәҙерле ҡәләмдәш!
-4 °С
Болотло