Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
7 Октябрь 2024, 14:35

Мин – уҡытыусы

Ә.Т. ҒӘБИҘУЛЛИНА, Өфө ҡалаһының 42-се лицейы уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты

Был ерҙә бөтә һөнәрҙәр ҙә – кешеләрҙән,

тик өс һөнәр генә Хоҙай тарафынан бирелгән:

уҡытыу, дауалау һәм хөкөм итеү.

Сократ

... Тышта йылы, еләҫ ел сәсте иркәләй. Көҙгө япраҡтар түшәлгән, көн дә үткән таныш юл буйлап барам. Кемдер ҡайҙалыр һуңлағандай ашыға, кемдер көҙгө тәбиғәткә һоҡланып, ҡабаланмай ғына янымдан үтә. Һәр кемдең үҙ мәшәҡәте. Кешеләр... Әллә күпме кеше, нисәмә яҙмыш... Бына алдымда ғына тулҡынланып торған һары сәсле ҡыҙыҡай әсәһенә мәктәптә дәрестәрҙең нисек үтеүе, шиғыр ятлап, яҡшы баһа алыуы, өйгә бирелгән эштәре, тәнәфес ваҡытында уҡытыусы булып уйнауҙары тураһында яңылыҡтарын ашығып-ашығып һөйләргә тотондо...

– Уҡыусылар, иғтибар менән тыңлап ултырабыҙ, теманы аңлатам! – ҡулына аҡбур тотҡан, ауыл өйөнөң ихатаһында урынлашҡан утынлыҡ диуарына һүҙҙәр яҙып “яңы тема” аңлатҡан ҡыҙ иҫкә төшә.

Был – минең буласаҡ һөнәремде һайлауға булған тәүге ҡыҙыҡһыныуҙарым, беренсе дәрестәрем...

Юҡҡа ғына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса юлды һайламаным. Сөнки мине был юлға илтеүселәр өлгөлө, яҡшы уҡытыусылар ине. Мәктәп йылдарында, мәғариф өлкәһендә генә түгел, ғөмүмән тормош та ҙур хөрмәткә лайыҡ уҡытыусым – Ғәлиуллина Әлимә Ибраһим ҡыҙы был предметҡа ҡарата ылығыу уятһа, нигеҙ һалһа, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға ингәс, танылған ғалимдар, филология фәндәре докторҙары, профессорҙар, үҙ эштәренә мөкиббән киткән Кәрим Ғайса улы Ишбаев һәм Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның дәрестәренә йөрөп белем алыу бәхете тейҙе. Улар ярҙамында һәм өлгөһөндә үҙемде фән өлкәһендә һынап ҡараным: башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһенә ҡараған мәсьәләләр буйынса мәҡәләләр яҙып төрлө конференцияларҙа ҡатнаштым. Үҙ телемә ҡарата ныҡлы тамырланған һөйөү, артабан да был өлкәлә эшләү теләге мине Гөлфирә Риф ҡыҙы етәкселегендә аспирантураға алып килде, һәм мин мәктәптә хеҙмәт юлымды башланым.

Бала саҡтан күңелемә яҡын булған һөнәрҙе һайлауыма һис үкенмәйем. Әҙәп-әхлаҡҡа, белемгә, яҡтыға, яңы үрҙәргә әйҙәүсе, заман менән бергә атлаусы, ысын кешене, шәхесте тыуҙырыуға ынтылыусы уҡытыусымын! Мин – башҡорт теленә өйрәтеүсе, башҡортлоҡтоң орлоҡтарын төрлө милләт уҡыусыларына сәсеүсе педагог, халҡымдың йөҙө, иң тәү сиратта, халҡыма, илемә, телемә ҡарата хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүсе кеше.

Мин – уҡытыусы! Был минең өсөн һөнәр эйәһе генә булыу түгел, ә йәшәү рәүеше. Иртән торғас та тәүге уйым шул:

бөгөнгө көн нимәләр әҙерләне икән? Яуаплы эшемдә нимәләр көтә?..

Бына ишекте асып мәктәпкә инәм. Төрлө йәштәге уҡыусыларҙың сәләмләүҙәренә, йылы ҡараштарына күмелеп, үҙ класыма үтәм. Янымда – уратып алған уҡыусыларым... Һинең күҙҙәреңә ҙур өмөттәр бағлап, яңы белемдәр алырға ынтылып, йотлоғоп баҡҡан күҙҙәр алдында ниндәй яуаплы эш башҡарғаныңды бөтә йөрәгең, күңелең менән тояһың. Ошондай саф күҙҙәр алдында, һәр бер һүҙемде, атлаған аҙымымды, үҙемде тотоуымды, хатта кейенеүемде иғтибар менән күҙәткән уҡыусылар алдында һәр саҡ үрнәк булырға, көн дә тырышырға, үҙ өҫтөмдә эшләргә бурыслымын.

– Әсәй, ҡара әле, бөгөн беҙ сәскәләр гөлләмәһе төшөрҙөк! ... Һарыҡай ҡыҙ әсәһен рәсем дәресендә төшөргән һүрәте менән таныштыра ине.

Сәскәләр... Болонда төрлө сәскәләр үҫкән кеүек, уҡыусылар араһында ла төрлөләре бар... Ауыр уҡыусылар күп, тигәнде йыш ишетәм. Эйе, уҡыусылар төрлө ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр, уҡыу программаларын төрлө кимәлдә үҙләштерәләр, һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ фиғеле. Ә шулай ҙа, минеңсә, уҡыусы ниндәй генә булыуына ҡараҫтан, уны

яратырға кәрәк. Күберәк уның ыңғай яҡтарын күрә белеү һәм әйләнә-тирәләгеләргә шул сифатты ҙур оҫталыҡ менән еткереү, уҡыусының йәшерен һәләттәрен үҫтерә белеү мөһим.

Ҡараштарым, хәрәкәттәрем, тауышым, ғөмүмән, бөтә булмышым менән балала ыңғай эске торош булдырырға ынтылам. Һәр бала мәғлүмәтте үҙенең холҡона, донъяны танып-белеү һәләтенә, үҙе тәрбиәләнгән социаль мөхиткә ярашлы ҡабул итә, өйрәнә, сағыштыра, баһалай, һығымта яһай.

Минең бурысым – уҡыусыға үҙен танып-белергә, шәхси һәләттәрен асырға,үҫтерергә, баланың булмышынан сығып, теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итеү. Улар миңә ышана, кеше булараҡ хөрмәт итә, ярата. Бала уҡытыусы шәхесен аңламаһа, ҡабул итә алмай, күңелендә уҡытыусыға ҡарата хөрмәт хисе йөрөтмәһә, ул уҡытҡан предметты ла үҙ итә алмай.

Мин үҙем рус мәктәбендә башҡорт теле дәресен алып барам, төрлө милләт балалары менән эшләйем.

– Мин башҡорт бит ул!

...Тәүге үткәргән дәрес иҫкә төшә. Дәрес башында башҡортса уҡырға теләмәүен белдереп, үпкәләгәнерәк ҡараш менән баҡҡан Никита исемле малайҙың тауышы ине был. “Минең әсәйем – башҡорт! Мин башҡорт бит ул!” – тип ҡабатлап осҡонланып киткән күҙҙәр менән бағып, дәрес барышында кәйефе күтәрелеп, уҡырға, предметты өйрәнеүгә дәрте асылған уҡыусымды тыңлайым... Уҡыусының күңеле өйрәткән предметымды ҡабул итеүе мине һөйөндөрҙө, үҙ-үҙемә ышаныу көсө арттырған был тәүге дәрес онотолмаҫ йылы тойғолар ҡалдырғайны...

Мәктәп ул – донъяға тәҙрә, белем усағы. Уҡытыусы – бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бө йөгөрәк, хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр.

Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, ул уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә үрләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы

һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.

Һайлаған һөнәрем, бер яҡтан, ауыр ҙа, яуаплы ла... Уҡыусыларҙы ҡатмарлы донъяла нисек юғалмаҫҡа, нисек үҙ юлын табырға, донъялыҡтың серҙәренә төшөнөргә өйрәтеү, тәрбиәле, белемле, төрлө бейеклектәргә ынтылыусан шәхес итеп оло тормош юлына сығарыу – минең бурысым.

Тимәк, мин уҡытыу предметын ныҡлы белергә, юғары мәҙәниәтле, уҡыусыларға кешелекле һәм итәғәтле, олоно оло, кесене кесе итә белеүсе, ижади эшләүсе, компетентлы, тәрбиә ҡанундарын һәм балалар, үҫмерҙәр психологияһын яҡшы белеүсе, ә иң мөһиме – уҡыусы баланы яратыусы, ихтирам итеүсе, кәрәк саҡта уға иң беренсе ярҙам ҡулы һуҙыусы кеше булырға тейешмен.

Уҡытыусы һөнәрен һайлап дөрөҫ юл менән барыуыма һис шигем юҡ, киреһенсә, көн дә инанам. Тәрбиәсе лә, табип та, актриса ла, психолог та, дуҫ та, серҙәш тә, хатта адвокат та булырға тура килә…

“Камиллыҡтың сиктәре юҡ” тигән билдәле фекергә эйәреп, уҡытыусы эшмәкәрлеге лә сикһеҙ, тип һанайым, шуға ла мин һәр ваҡыт өйрәнеү, эҙләнеү өҫтөндәмен. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, вуз-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, белемемде камиллаштырам, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар менән танышып барам. Өйрәнгәнем үҙем өсөн булһа, хеҙмәтем йәш милләттәштәремде йәмғиәтебеҙгә кәрәкле, белемле, креатив фекерләй белгән, юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булған шә хес тәр итеп тәрбиәләүгә ныҡлы нигеҙ була.

Шәфҡәт туташтары Гиппократ антын биргән кеүек бер кем алдында тантаналы рәүештә ант бирмәнем, ләкин күңел төбөндә Уҡытыусы исеменә, илем, халҡым киләсәге менән бәйле һөнәремә тап төшөрмәйәсәкмен, тигән мәңге юйылмаҫ һүҙҙәр уйылған.

– Әсәй, мин үҫкәс уҡытыусы буласаҡмын! – бәләкәй ҡыҙҙың әсәһенә өндәшеүе уйҙарымды бүлде.

– Ярай, ҡыҙым. Тик иң аҡыллылар, тырыштар ғына уҡытыусы була ала. Әсә менән ҡыҙ шул рәүешле һөйләшеп туҡталышта автобусҡа ултырҙылар.

– Хыялдарың изге, уңыштар һиңә, – тип буласаҡ уҡытыусыға эстән генә теләктәр теләнем дә артабан юлымды дауам иттем. Яйлап кис төшә, иртәгә таңдан

балҡыр өсөн ҡояш та офоҡтан юғала. Яңы көндө ҡаршылар өсөн мин дә таныш юл буйлап өйгә йүнәләм ...

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: