Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
8 Октябрь 2024, 09:39

Мәрхәмәтле ҡыҙ үҫеп килә

Шахматсы ҡыҙ приз аҡсаһын МХО-ла ҡатнашыусыларға йүнәлткән

Мәрхәмәтле ҡыҙ үҫеп килә
Мәрхәмәтле ҡыҙ үҫеп килә

Туймазы ҡалаһынан Алиса дүртенсе йыл спорт мәктәбендә шахмат менән шөғөлләнә, муниципаль һәм республика ярыштарында уңышлы сығыш яһай.

Быйыл иһә Алиса ҡыҙҙар араһында район беренселегенә уҙғарылған ярышта еңеү яулай.

Социаль селтәрҙә махсус хәрби операция яугирҙарына аҡса йыйыу тураһында иғланды күргәс, бүләк аҡсаһын радиоэлектронлы көрәш системаһын һатып алыу өсөн тапшырырға ҡарар итә.

Августа шахматсыбыҙ Башҡортостан беренселегендә блиц буйынса өсөнсө урынға лайыҡ була һәм йәнә приз аҡсаһын хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам йыйған ирекмәндәргә тапшыра.

«Алиса ла әсәһе өлгөһөндә яугирҙарға ярҙам итергә тырыша, сөнки ханым «Маскита» клубында ойошторолған маскировка селтәрҙәре үреү, гуманитар ярҙам йыйыу, йоҡа плащтар тегеү эшендә әүҙем ҡатнаша. Алиса һәм уның әсәһенә рәхмәт белдерәбеҙ», — тип хәбәр иттә муниципалитет.

"Һаҡмар" гәзитенән

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: