Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
23 Октябрь 2024, 10:11

“Туған” исемле үҙенсәлекле әҙәби йыйынтыҡтың исем туйы уҙҙы

Башҡортостан Милли китапханаһында Бөтә Рәсәй кимәлендәге “Туған” исемле үҙенсәлекле әҙәби йыйынтыҡтың исем туйы уҙҙы.

“Туған” исемле үҙенсәлекле әҙәби йыйынтыҡтың исем туйы уҙҙы
“Туған” исемле үҙенсәлекле әҙәби йыйынтыҡтың исем туйы уҙҙы

Йыйынтыҡҡа шағирә, ғалимә "Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире Зөһрә Рәхмәтуллинаның шиғырҙары ингән.

Бер төркөм күп милләтле әҙәбиәтселәрҙең тупланыуының матур һөҙөмтәһе булып тәүҙә Бөрйән районы мәҙәниәт йортонда, аҙаҡ Өфө ҡалаһында Башҡортостан Милли китапханаһында “Туған” әҙәби перформансы сәхнәләштерелде, артабан, Мәскәүҙә “Туған” әҙәби йыйынтыҡ донъя күрҙе.

Китаптың исем туйы ошо Рәсәй төбәктәрендә әүҙем ойошторола, Мәскәүҙең үҙендә 8 октябрҙә Рәсәй Яҙыусылар союзының китап клубында уҙҙы.

Йыйынтыҡ авторҙарына артабан да ижади үрҙәр, яңынан-яңы асшытар теләйбеҙ!

Иңдәремдә – ғәзиз көйәнтә

Зөһрә Сафина-Рәхмәтуллина

Йәш саҡтарҙа һыуға бара инек,
Ҡыҙҙар менән аҫып көйәнтә.
Күңелле лә ине, саф шишмәнең
Моңло йыры йәнде имләтә.

Әсәйҙәр ҙә килен булып төшөп,
Көйәнтәләп һыуға барғандар.
Бәхеттәре тулы булһын тиеп,
Биҙрәләрен тулы алғандар,
Шишмәләргә тәңкә һалғандар.

Килен булып төштөм... Көйәнтәмә
Ал таҫмалар таҡтым матурлап.
Ҡыҙыл суҡтар элдем биҙрәләргә,
Алъяпҡысым сиктем нағышлап.

Ауылыма ҡайттым... Таңғы елдәр
Маңлайымдан үпте иркәләп.
Саңға батып, соланымда көтә
Моңһоу ғына зәңгәр көйәнтәм.

Яңғыҙ ғына барам һыуға табан
Иңдәремдә – ғәзиз көйәнтә.
Йәш ҡыҙҙарҙың наҙлы ҡулдарында
Телефондар көйҙәр көйләтә.

Үҙгәрҙеләр әллә заманалар –
Үҙгәргәндәр ҡыҙҙар, ауылдар.
Һыуҙар үткән өйгә, беләм, рәхәт.
Үҙгәрмәһен ине асылдар!..
Айҙа ла бит көйәнтәле ҡыҙ бар.

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас