Быйыл Башҡортостан Республикаһында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгәйне. Был сараның әһәмиәтен икеләтә арттыра. Һаулыҡ һаҡлау, реабилитация һәм абилитация, белем биреү һәм эшкә урынлашыу, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ижади үҫеше, уларға ярҙам системаһын норматив-хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре хаҡында уртаға һалып һөйләшеү маҡсатында илдең төрлө тарафтарынан эксперттар, белгестәр килде.
Сарала илдең төрлө төбәктәренән 50-нән ашыу компания реабилитация өлкәһе өсөн үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Шулай уҡ программа буйынса оҫталыҡ кластары, консультациялар уҙғарыла, инклюзив мода күрһәтелә. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең “Таланттар йондоҙлоғо” Асыҡ ижади конкурсы еңеүселәренең концерты бара.
Форум уҙған “Торатау” конгресс-холы залында Реабилитация һәм абилитация өсөн ҡоролмалар һәм хеҙмәтләндереү саралары күргәҙмәһе эшләй. Ике хәйриә йәрминкәһе – “Изге республика” уникаль тауарҙар һәм әйберҙәр” һәм “Башҡортостан Республикаһы стационар учреждениеларында дауаланыусылар етештергән тауарҙар” йәрминкәләре үтә.
1 һүрәт. Иван тәүге тапҡыр был форумда. “Башҡа йылдары гел реабилитацияла булып, форумға килә алмағайныҡ. Ойоштороусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ”, – ти атаһы.
2 һүрәт. Стәрлетамаҡтан 12 йәшлек Морат Туҡаев та форумда беренсе тапҡыр. Ул әсәһе Руфина менән килгән. Морат “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы лауреаты. Моңло малай 1 кластан йырлай. Репертурындағы йырҙарҙы тик үҙе һайлай.
Ҡалған һүрәттәрҙә форумдан күренештәр.
+1 °С
Болотло