Файҙалы эштәр йылы
24 Октября 2024, 04:37

САҒЫУ ЮБИЛЕЙ

Һуҡыр һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн 28-се Өфө коррекцион интернат-мәктәбе кисә 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тантанаға төрлө йыл сығарылыштары уҡыусылары, ветеран педагогтар, башҡа коррекцион мәктәп педагогтары һәм бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне.

Был уҡыу йортонда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән балалар белем ала. Белем биреү процесы уҡыусыларҙың мөмкинлектәренә һәм ихтыяждарына ҡарап, төрлө программалар буйынса ойошторолған: көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп (киске), өйҙә, ғаиләлә уҡытыу, шулай уҡ үҙаллы белем алыу мөмкинлектәре бар. Шулай уҡ күреү һәләтен нығытыуға, өлөшләтә яҡшыртыуға йүнәлтелгән заманса саралар даими үткәрелә.

Мәктәп-интернатта ыңғай психологик мөхит булдырылған. Балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереү өсөн көн һайын кластан тыш саралар үткәрелә, уларға юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителә. Араларында психологтар, билдәле тренерҙар, артистар, педагогтар, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар.
28-се Өфө коррекцион интернат-мәктәбе үҙенең танылған уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Улар араһында еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы, РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты Рима Баталова; композитор, БАССР һәм РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдинов; 4 тапҡыр донъя чемпионы, БР паралимпия резервының адаптив спорт мәктәбе етәксеһе, БР ЛИН спорты (йөҙөү) йыйылма командаһының өлкән тренеры Наил Ғарифуллин; биатлон һәм саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Эльвира Ибраһимова; йөҙөү, еңел атлетика һәм дзюдо буйынса донъя кимәлендәге ярыштар еңеүселәре Исламетдин Баротов, Самат Хәйҙәров, Кирилл Ситдиҡовтар; XVI Йәйге Паралимпия уйындарында алтын миҙал яулаған йөҙөүсе Илнур Ғарипов; танылған эстрада йырсылары Ләйсән Нурыева һәм Азат Исҡужин һәм башҡалар.
Мәктәп уҡыусылары әлеге көндәрҙә лә төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында, фән буйынса олимпиадаларҙа, музыкаль, ижади конкурстарҙа ал бирмәй. Был йәһәттән мәктәптең Л.Ф. Әмәкәсова етәкселегендәге педагогик коллективының фиҙәҡәр хеҙмәтен билдәләп үтеү урынлы. Уҡытыусы хеҙмәте еңел түгел, ә донъяны бөтөн яҡтылығында күреүҙән мәхрүм балалар менән эшләү айырым бер көс, рухи ныҡлыҡ талап итә. Был уҡыу йортонда ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле педагогтар хеҙмәт итә.
Мәктәп-интернатта балалар ата-әсә йортонан алыҫта белем ала, уларҙың иртә-кистәре ошо бина, ишек алды сиктәрендә үтә. Дәрестәр тамамланғандан һуң балалар тәрбиәсе ҡарамағына күсә. Түҙемле, балаларҙы яратҡан, ипле, тыныс холоҡло тәрбиәселәр эшләй мәктәп-интернатта. Балаларҙың һәр яҡшы эшенә ҡыуанып, яңылышлыҡтарына борсолоп, хаталарын төҙәтеп, наҙлы ҡарашы, йылы һүҙҙәре менән уларҙың күңеленә юл һала алған улар.
Ғөмүмән бала тейешле кимәлдә бар яҡлап үҫешһен өсөн күп кешенең хеҙмәте, тырышлығы һалына. Шулай уҡ ашнаҡсыларҙың, техник хеҙмәткәрҙәрҙең изге эштәрен дә бер рәттән телгә алып үтеү мөһим бөгөн.
Уҡыу йортоноң сығарылыш уҡыусылары, әлеге көндә белем алған уҡыусылары, мәктәптең педагогик коллективы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр өсөн ҡыуаныслы көн булды был тантана, уҡыу йортона мөнәсәбәте булған һәр кемдең күңел күҙе тағы ла сағыуыраҡ балҡып, моңһоу болотло көндө яҡтыртты.

https://vk.com/club156150050?w=wall-156150050_33744%2Fall

Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас