Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
26 Октябрь , 12:45

Аралашыуға һәр кем мохтаж

III «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе 25 октябрь көнө лә һөҙөмтәле эшләне. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәмғиәттә йәшәүен еңеләйтеү маҡсатында ойошторолған  түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ кластары әүҙем эшләне. 

Аралашыуға һәр кем мохтаж
Аралашыуға һәр кем мохтаж

"Үҫештә ныҡ артта ҡалған, шул рәттә аутистик спектр тайпылыштары булған балаларҙы ҡурсағанда альтернатив һәм өҫтәмә коммуникациялар ҡулланыу“ тип аталған майҙансыҡ эше лә тәрән йөкмәткеле сығыштары менән айырылып торҙо. 

Сығыш яһаусылар хәҙерге заманда киң ҡулланылған ым-ишара һәм символдар, глобаль уҡыу, PECS карточкаларын ҡулланыу ысулдары хаҡында һөйләне.
Альтернатив һәм өҫтәлмә коммуникациялар бала һөйләшә алмағанда  ҡулланыла. 

Өфө ҡалаһының Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең бүлек етәксеһе, юғары категориялы уҡытыусы-дефектолог Әғләмова Гөлназ Ирнус ҡыҙы аутизмды дауалауҙың ысулдары бик күп булыуын билдәләне. Үҙәктә алдынғы алымдарҙы ҡулланыуҙары хаҡында әйтте. 

"Дауалау педагогикаһы үҙәге" идаралығы рәйесе Анна Львовна  Битова (Мәскәү ҡалаһы) сығышында үҙ эшенән миҫалдар килтерҙе. 

"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләрҙең күбеһе альтернатив дауалау ысулдарына ышанмай. Һеҙгә һуңғы ике һөҙөмтә хаҡында һөйләйем. Үҙ-үҙен бөтөнләй ҡарай алмаған 16 йәшлек ҡыҙҙың ата-әсәһе альтернатив коммуникация сараларына иғтибарһыҙ ине. Уларҙың ризалығын алғас, бала менән беҙҙең белгестәр шөғөлләнә башланы. Хәҙерге көндә ул планшет аша аралаша. "Асыҡтым", "һыуһаным", "бәҙрәфкә" тип яҙып, хәжәтен аңлата ала. 

Икенсе миҫал. Ир кеше 40 йәшенә тиклем психология-неврология диспансерында йәшәгән. Уны телефондағы һүрәттәр аша аралашырға өйрәттек. Әлеге мәлдә ул бер үҙе йәшәй. Үҙ аллы такси саҡырта ала, Мәскәү буйлап йөрөй. Туғандары, дуҫтары менән аралаша.

Былар альтернатив һәм өҫтәлмә коммуникацияларҙың үтә мөһим булыуын тағы бер иҫбатлай. Тимәк балалар менән ни тиклем иртәрәк шөғөлләнә башлаһаң, шул тиклем һөҙөмтәлерәк була". 

Анна Львовнаның аҙаҡҡы һүҙҙәре майҙансыҡ эшенә йомғаҡлау булып яңғыраны.

Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас: