Донъяла шундай кешеләр була: улар менән оҙаҡ йылдар тығыҙ бәйләнештә булмаһаң да, исемен ишетеү менән күңелдә йылы иҫтәлектәр уяна.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында эшләгән әле хаҡлы ялдағы коллегам, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Абдулла ҡыҙы Шаһиева шундайҙарҙың береһе.
З.А. Шаһиева Ейәнсура рйонының Этҡол (Юлдаш) ауылында 1948 йылдың 12 ғинуарында тыуған. Иҫәнғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләта университетының филология факультетына уҡырға инә. Атаһы, ғүмере буйы хөкүмәт эштәрендә юғары вазифалар биләгән Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улын, Өфөгә «Совет Башҡортостаны» гәзитенең баш мөхәррире итеп билдәләгәс, ғаилә баш ҡалала төпләнә.
Юғары белем алған йәш белгес Зөһрә Шаһиева ҡала мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Үҙ эшен мөкиббән бирелеп,яра ып уҡыта ул. Үҙе лә уҡыусы кеүек кенә зифа кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө, етеҙ
уҡытыусы туҡтауһыҙ уҡыусылары менән ойошторған бихисап сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ул арала ғаилә ҡороп, тормош юлдашы Ринад Шаһиев менән ике ҡыҙға ғүмер бирәләр.
Үҙ эшенә яуаплы ҡараған тырыш хеҙмәткәрҙең эш тәжрибәһе менән бергә, уңыштары ла байтаҡ туплана. Методик әсбаптар яҙыу, асыҡ дәрестәр күрһәтеү, йәш уҡытыусыларға ярҙамлашыу
буйынса ла З.А. Шаһиеваға йыш мөрәжәғәт итәләр. Ваҡыты менән иҫәп ләш мә йенсә, ихлас ярҙам итә ул. Ҡаланың 88-се мәктәбендә эшләп йөрөгән сағында уны Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт Республика гимназия-интернатына саҡыралар. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән һәләтле уҡыусылар менән аралашыу, уҡытыу Зөһрә Шаһиева өсөн хеҙмәт кенә түгел, һөйөнөслө асыш була. Ул заманса методик һәм күргәҙмә әсбаптар ҡулланып, дәрестәрен еңел һәм аңлайышлы итеп алып бара һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешә.
«Мин 1995 йылда гимназия-интернатҡа эшкә килгәндә абруйлы педагог Зөһрә Абдулла ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй ине. Уның эш һөҙөмтәләре һәр кемде һоҡландырырлыҡ юғары: олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа еңеүселәре, мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаусылары күп булды. Дәрес өлгөләре менән бүлешеп, беҙгә, йәш телселәргә, файҙалы кәңәштәрен бирҙе, уҡытыу-тәрбиә эшенең нескәлектәренә төшөндөрҙө.
Ул саҡта сығарылыш уҡыусылары имтиханды инша яҙыу формаһында бирә ине. Балалар менән ижади эштәр башҡарырға ла мине остазым өйрәтте. Уҡытыу эштәре буйынса директорҙың
урынбаҫары булып эшләгән осорҙа Зөһрә Абдулла ҡыҙы уҡытыусылар коллективы өсөн юғары мәҙәниәтле, ысын мәғәнәһен дә интеллигентлы етәксе булды. Йәштәргә кеселекле, кешелекле, иғтибарлы булғаны өсөн, ихлас күңелдән тәжрибәһе менән бүлешкәне өсөн Зөһрә Абдулла ҡыҙын бөгөн дә һәр ваҡыттағыса хөрмәт итәбеҙ», – ти уның тураһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зифа Искәндәрова.
Уның менән бер класта эшләгән коллегаһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Лилиә Әминева: «Зөһрә Абдулла ҡыҙы иҫ киткес Кеше ул! Уның үҙ-үҙенә талапсанлығы көслө! Ҡаҡса кәүҙәле, һәр саҡ ыҫпай итеп, зауыҡлы кейенгән, көр күңелле, талантлы уҡытыусыға беҙ, йәштәр, ҡарап һоҡлана һәм өлгө ала инек», – тип хәтерләй.
Миңә лә З.А. Шаһиева менән бер класты алып барырға тура килде: ул класс етәксеһе ине, мин тәрбиәсе булдым.
Йөктө бергә тартҡанда ғына уңыштарға өлгәшеп була, беҙ бик матур итеп, килешеп эшләнек, сетерекле мәсьәләләрҙе уртаға һалып бергә хәл иттек. Уҡыусыларға мөнәсәбәте иҫ киткесһоҡландырғыс, уҡыусыға хөрмәт менән ҡарай белә торған уҡытыусы булды ул. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләүме, өҫтәлмә шөғөлләнеүҙәр булһынмы, ул тәғәйен ваҡытҡа бер сәғәт алдан килеп әҙерләнер, аңлатыр ине.
З.А. Шаһиеваның эшкә яуаплы булыуын, талапсанлығын күреп, гимназия-интернаттың уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын дә ышанып тапшырҙылар. Ул был эштә лә үҙе
булып ҡала белде: уны еренә еткерепатҡарҙы, теүәллеге, интеллигентлығы, грамоталылығы, кешелекле, кеселекле булыуы менән һоҡландырҙы.
Тырыш хеҙмәте өсөн Зөһрә Шаһиева Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Район, ҡала, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Кешеләргә эскерһеҙ мөнәсәбәте, иғтибарлы, ихтирамлы булыуы, йәштәрҙе яратыуы, уларға терәк-таяныс булыуы өсөн З.А. Шаһиеваны коллективта бик хөрмәт иттеләр. Гимназияны тамамлаған бихисап уҡыусылары уның менән әле лә тығыҙ бәйләнештә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Зөһрә Абдулла ҡыҙы менән Ринад Зәки улы Шаһиевтарҙың тыуған яғында – Кушнаренко районының Тарабирҙе ауылында төпләнделәр. Бөгөн улар ҡыҙҙары Әлфиә һәм Сулпандың матур тормошона ҡыуанып, хеҙмәттәренең емештәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Алсаҡ, изге күңелле уҡытыусы, йылдар үтһә лә, һаман төҫ ташламай, йәштәрсә дәртле, матур, ыҫпай, заманса ҡарашлы. Яратҡан коллегабыҙға бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер насип булһын!