Файҙалы эштәр йылы
4 Ноября 2024, 17:43

Мәләүездә башҡорт ҡыҙына һәйкәл ҡалҡып сыҡты

Хәҙер Мәләүез ҡалаһына ингән урында ҡунаҡтарҙы «Мәләүез гүзәле» тип аталған һәйкәл ҡаршы алып торасаҡ.

Мәләүездә башҡорт ҡыҙына һәйкәл ҡалҡып сыҡтыМәләүездә башҡорт ҡыҙына һәйкәл ҡалҡып сыҡты
Мәләүездә башҡорт ҡыҙына һәйкәл ҡалҡып сыҡты

Башҡорт ҡыҙы һыны стилләштерелгән милли кейемдә, атҡа атланған, бер ҡулында уның бөркөт ултырған.

Мөһабәт һәйкәл минераль ашламалар заводы һәм урындағы эшҡыуарҙар ярҙамы менән ҡойолған.

Монументтың бейеклеге - 5,6 метр. Уның авторы — урындағы скульптор Игорь Павлов, ул ижади эшен ҡалаға бушлай бүләк иткән.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас