Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
8 Ноябрь 2024, 12:03

Мутлашыусылар тауарҙы өйгә ташыусылар хеҙмәтенән файҙаланыусыларҙы ла алдай икән

 Мутлашыусылар тауарҙы өйгә ташыусылар хеҙмәтенән файҙаланыусыларҙы алдай башлаған

Мутлашыусылар тауарҙы өйгә ташыусылар хеҙмәтенән файҙаланыусыларҙы ла алдай икән
Мутлашыусылар тауарҙы өйгә ташыусылар хеҙмәтенән файҙаланыусыларҙы ла алдай икән

 Мутлыҡ нисек ойошторола?

Енәйәтселәр мессенджерҙарҙа сервистарҙың ялған аккаунттарын булдыра. Һуңынан кешеләргә ташыу өсөн әҙер заказдар тураһында хәбәрҙәр ебәрә.

Мутлашыусылар фишинг һылтанмаһы аша ентекле мәғлүмәт менән танышырға йәки заказды күҙәтергә тәҡдим итә, ләкин һылтанма буйынса үтеү өсөн картағыҙҙың номерын, исемегеҙҙе һәм башҡа шәхси мәғлүмәт индерергә кәрәк була.

 Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: тауарҙы өйгә килтереү хеҙмәте эшселәре бер ҡасан да заказдың статусын мессенджерҙан хәбәр итмәй һәм күҙәтеп барыу өсөн сит һылтанмалар ебәрмәй. Тауарҙы өйгә килтереү тураһындағы мәғлүмәт үҙегеҙ ҡулланған сервис ҡушымтаһында бар. Шулай уҡ ярҙам хеҙмәте менән бәйләнешкә инә алаһығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: