Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Ноябрь 2024, 19:38

Уҫаҡ ҡайырын йыйырға ваҡыт

Уҫаҡ ҡайырын йылдың һыуыҡ миҙгелендә әҙерләйҙәр. Иң яҡышыһы, ҡар яуып, тәүге һыуыҡтар башланғас. Был ваҡытта унда С витамины менән салицилаттар күп була һәм уның иң көслө ваҡыты һанала. Ыңғай йоғонтоһо шунда уҡ һиҙелә.

Уҫаҡ ҡайырын йыйырға ваҡыт
Уҫаҡ ҡайырын йыйырға ваҡыт

Ул ғәҙәттә киҫәктәргә ҡырҡылған, он хәлендә һәм капсулаларҙа була. Киҫәклеһен бешереп, төнәтмәһен ҡулланалар. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ уҫаҡ ҡайырына ике стакан һалҡын һыу ҡойоп, ҡыҙыу булмаған утта ҡайнар хәлгә еткеререргә. Ҡайнап сыҡҡас, 3 минут талғын ғына утта бешерергә. Артабан утын һүндереп, ҡапҡасын ябырға һәм 15 минутҡа йылы итеп урап ултыртырға.

Әҙер төнәтмәне көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға яртышар стакан эсергә. Лимон, имбирь, бал, ҡурай еләге ҡушырға мөмкин. Киҫкен вирус булғанда һәр ике сәғәт һайын яртышар стакан эсергә.

Бындай схема вирустың таралыуын тотҡарлай. Кеше ике көн эсендә тулыһынса һауыға. Был ысул киҫкен вируслы ауырыу ососронда ҡулланыла.

Уҫаҡ ҡайыры көслө антисептик булараҡ электән билдәле. Унан яһалған төнәтмә тән температураһын төшөрөүгә, йүткереүҙе баҫырға булышлыҡ итә, бөтә төр патоген микробтарҙың ҡабыҡсаһын, тимәк, үҙәген дә иретеп юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Күҙәнәктәргә үк үтеп, һауыҡтырыу эшен көйләй ала.

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас