Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Ноябрь , 23:52

"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте

Бөгөн Өфө ҡалаһының Ленин урамындағы 26-сы йортонда урынлашҡан "Китап" магазинында З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән "Бишек йырҙары" аудиопроектының (төҙөүсеһе - Әлфиә Теләмова, рәссамы - Хаят Йәрмөхәмәтова) исем туйы үтте.

"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте
"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте

Аудиопроектта республикабыҙҙың билдәле йырсылары Гөлсөм Бикбулатова, Зилиә Бәхтиева, Гәлсәр Байғусҡарова бишек йырҙарын башҡара.
"Был аудиопроект беҙҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙ башҡарған йырҙарҙы цифрлы форматта һаҡлау маҡсатын күҙ уңында тотоп эшләнде", - тине "Китап" нәшриәтенең директоры вазифаһын башҡарыусы Э.И. Хәйретдинова.
Баҫманың исем туйында Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлсөм Бикбулатова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зилиә Бәхтиева аудиопроектҡа ингән бишек йырҙарын йырлауы үҙенә күрә бер илаһи мәл булды. Улар ошо йырҙарҙы яҙҙырыу барышында тыуған кисерештәрен дә һөйләп бирҙе.
Өлкәндәрҙе бала саҡҡа алып ҡайтҡан был сарала Республика балалар клиник дауаханаһының медицина психологы, психология фәндәре кандидаты Әлфиә Байрамғолова буласаҡ әсәйҙәргә бишек йырҙарын башҡарыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләне, тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә күп көс һалған хөрмәтле өләсәй Альбина Исхаҡова быуындан - быуынға күсә килгән ғаилә традициялары һәм һаҡланып ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.
Педагог, яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм яҙыусы, журналист, тәржемәсе, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов аудиопроект тураһында йылы һүҙҙәр әйтеп, был хеҙмәттең ата-әсәләргә лә, балаларға ла бик кәрәкле булыуын билдәләне. Был аудиопроекттың әһәмиәте тураһында, туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, киләсәк быуындарға еткереүҙә мөһимлеге һыҙыҡ аҫтына алынды.
Сараны йәнле һәм матур итеп Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рәсүл Ниғмәтов алып барҙы.
"Китап" нәшриәте хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!

"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте
"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте
"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте
"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте
"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте
"Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте
Автор:Салават Каримов
Читайте нас: