Балаларҙың яратҡан Ҡыш Бабайҙарының нисә йәштә булыуын бер кем дә белмәй. Шулай ҙа уның төрлө ваҡыттарҙа төрлө образдарҙа йөрөүе билдәле. Ә әҙәби китаптарҙа Ҡыш бабай образы тәүге тапҡыр 1840 йылда телгә алынған.
1999 йылдан башлап Бөйөк Устюг рәсми рәүештә Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған төйәге тип атала башлай. Бында уның тыуған көнөнә ентекле әҙерләнәләр. Был көндө Ҡыш бабайға ҡотлау һәм хаттар ебәреү өсөн махсус почта йәшниге асыла. Әлеге мөмкинлек менән урындағы балалар ҙа, килгән туристар ҙа файҙалана ала.
Хәҙерге Ҡыш бабай заман менән бергә атларға тейеш, шуға ул яңы технологияларҙы үҙләштерә. Бөгөнгө заманда ул балаларҙан хаттарҙы электрон почта аша ла ҡабул итә. Етмәһә, социаль селтәрҙәрҙә блогтар ҙа алып бара.
18 ноябрь көнө уның тыуған көнө уңайынан төрлө байрам саралары ойошторола, тәүге яңы йыл шыршыларында уттар ҡабыҙыла.