Әгәр ҙә бала нимәнәндер ныҡ ҡурҡа икән, был турала гел иҫенә төшөрөп тороу кәрәкмәй. Ҡурҡаҡ, тип үсекләмәгеҙ, ҡушамат таҡмағыҙ. Бик тыныс ҡына ҡабул итегеҙ. Шул ваҡытта был ҡурҡыуҙы бала онотасаҡ, ҡотоласаҡ.
Әрләргә тура килһә, «Һин һәр ваҡыт шулай инде», «Мәңге шул булды инде һинең» тигән һәм шундайыраҡ һүҙҙәрһе ҡулланмағыҙ. Гел генә минең балам hәp саҡ тәрбиәле, яҡшы, тик бөгөн ниңәлер яңылышҡан, тигән фекерҙә булығыҙ.
Бер ваҡытта ла балағыҙ алдында башҡаларҙы тәнҡитләмәгеҙ. Һеҙ бөгөн
күршегеҙҙе яманлап һөйләһәгеҙ, иртәгә балағыҙ урамға сығып, һеҙҙе яманлаясаҡ.
🔹Бергәләп ял итергә сыҡһағыҙ, «Уҙеңде яҡшы тот», «Мин һине бүтән бер ҡайҙа ла алып йөрөмәйем үҙем менән» тиген кеүек киҫәтеүҙәрҙән тыйылығыҙ.
🔹Иң яҡшыһы, ял көндәрендә баларығыҙҙы киҫәтмәләрҙән арындырып, ял иттереп алығыҙ.
🔹Иртәнсәк балағыҙҙы йылмайып, хәйерле иртәләр теләп, арҡаһынан һөйөп,
яратып уятығыҙ. Үҙегеҙ яуап көтмәгеҙ.
🔹Көнөгөҙ иреш-талаш, киҫәтмәләрҙән түгел, ә шат, көләс йөҙ менән башланһын.
Башҡортостан календарынан