Тормош булғас, төрлө хәлдәр булып тора. Килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙы йөрәккә артыҡ яҡын алмай, стресһыҙ йәшәү мөмкин, бары тик түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә генә кәрәк:
Күңелһеҙ ваҡиғаларҙың ваҡытлыса ббулыуын һәм уларҙың ҡасандыр бөтөүен аңларға һәм ҡабул итергә;
Артыҡ эмоцияларға бирелмәҫкә, килеп тыуған проблемаларҙан ҡасмай, тыныс ҡына хәл итә белергә;
Бөтәһенә лә ярарға тырышыу кәрәкмәй. Һеҙ - шәхес, тимәк - индивидуаль;
Инициатива күрһәтеүҙән ҡурҡмаҫҡа. Пассив күҙәтеүсән булып ҡалыуҙан уңышҡа ирешеү мөмкин түгел;
Талапсанлыҡты инициатива менән бутамаҫҡа. Был осраҡта иң мөһиме - алтын урталыҡты табыу;
Бөтә ерҙә лә өлгөрөү мөмкин түгел. Ҡайһы бер эштәрҙе һуңға күсереү, ҡай саҡ күңел тыныслығына килтерә.
Яҡшы депрессант ул - күтәренке кәйеф. Шуға ла көнөгөҙҙө йылмйыуҙан башлағыҙ
Эмоцияларығыҙҙы үҙегеҙҙә тотмағыҙ, уларҙа сығырҙа мөмкинлек бирегеҙ. Эстә ҡалғандары бары тик һаулыҡҡа зыян килтерә һәм күңел төшөнкөлөгөнә илтә;
Үҙегеҙгә һәр саҡ яңы маҡсаттар ҡуйып, дәртләндереп тороғоҙ. Бөгөнгө көн менән генә йәшәү кәрәкмәй;
Һәр ыңғай мөнәсәбәттәр өҫтөндә яҡшы эшләү генә ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Тормошоғоҙға ниндәй кешеләрҙе индереүҙе бары тик һеҙгә генә хәл итергә.
Барыһына ла өлгөрөр өсөн ваҡытты алдан планлаштырыу зарур. Эшегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә генә түгел, үҙегеҙгә лә ваҡыт бүлергә;
Ниндәйҙер күңелһеҙ хәлдәр өсөн артыҡ ҡайғырырға түгел, иң яҡшыһы - тормош һабағы итеп ҡабул итеү.
Һәр саҡ үҫеш юлында булырға, бары тик үҙ өҫтөңдә эшләү генә уңыштарға килтерә.
Ижад итергә һәр саҡ ваҡыт табырға, был шөғөлгә етди ҡарарға.
Уңышһыҙлыҡтарға негатив ҡарашта булыуҙан, һәр саҡ иҫкә алып тороуҙан туҡтарға. Юмор аша ҡабул итеп, һығымталар яһарға.
Иң төп ҡағиҙәләрҙең береһе, әлбиттә - үҙеңде яратырға, ҡәҙерләргә һәм мөмкин тиклем ҡыуандырып торорға.
Башҡортостан календарынан