Ғиниәт Сафиулла улы 1946 йылдың был көнөндә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуа. Урта мәҡтәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй, һуңынан «Йондоҙ» район гәзите хеҙмәткәре булып хеҙмәт итә.
Әрме хеҙмәтен үткәс, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1973—1976 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. 1976—1981 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор була.
Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ойоштороуҙа ҙур роль уйнай һәм ун йыл дауамында уның деканы булып эшләй.
Өс тиҫтә китап һәм 500-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы.
Башҡортостан уҡытыусыһы журналы хөрмәтле Ғиниәт Сафиулла улын күркәм ғүмер байрамы - тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлай! Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм уңыштар теләй!