М.С. Бураҡаева – аҙ әйтеп, күпте аңлата белеүсе яҙыусыларыбыҙҙың береһе. Әҫәрҙәрендә мәҡәл, әйтемдәрҙе, ҡанатлы һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуы менән персонаждарының телмәрен йөкмәткеле, тос, нигеҙле итеп яңғырата ул.
Халыҡ ижадының бер жанры булараҡ, мәҡәлгә халыҡтың тормош тәжрибәһен, философик һәм әхлаҡ ҡараш тарын йыйнаҡ һәм мәғәнәле итеп әйткән тапҡыр һүҙҙәре булараҡ аңлатма бирелә [Хөсәйенов, 111]. Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәрендә өлкәндәр ауыҙынан әйттерелгән мәҡәлдәр йәш быуынға биргән кәңәште кире ҡаҡҡыһыҙ итеп дәлилләп ҡуйыу өсөн ҡулланыла.
“Һүнмәҫ нурҙар” повесының төпгеройы – боронғо ҡояш нурҙарын, йәғни таш күмер ятҡылыҡтарын эҙләргә ниәт ләнеп юлға сыҡҡан Рамаҙан Айҙаров менән таныштырғанда оҙон-оҙаҡ ҡылыҡ һырлауҙар менән мауыҡмай яҙыусы. “Белем – ҡош, аҡыл – ҡанат” ти гәнбаш ҡорт халыҡ мәҡәлен аҙ ғына интерпретациялап, “Белем кешенең һы ңар ҡанаты икән, хыял икенсеһе” рәү е шен дә
профессор Кирилловтың Рамаҙанға бағлаған өмөтөн, йәш бел гестең ки лә сәккә ҙур пландар менән ҡай тыуы тураһында мәғлүмәт биреп үтә. Ә әсәһе автобусҡа оҙатып ҡалғанда әйткән “Эш баш лаһаң, көн иртәһендә баш ла”, Әбүбәкер ҡарт тың “Тау менән тау ғына осрашмай бит” һ.б. һүҙҙәре ололар фекеренә иғтибарлы Рамаҙандың уй-ниәттәре уңышлы булырына фатиха.
Ҡалдыҡ һыуҙарҙы ер аҫтына ҡыуыуҙың зарарын аңлап шаңҡыған Моратты Ғимран ҡарт: “Кәңәшегеҙ берекһен. Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була, тигән боронғолар”, – тип хуплаһа,
Ай батҡан һуң – көн тыуа,
Көн батҡан һуң – ай тыуа,
Көн артынан көн тыуа,
Ай артынан ай шыуа,
Бер көн килеп йыл тула, – тип донъяның фанилығы, үҙ мәлендә тәүәккәллек күрһәтеп ҡалырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә. (“Шишмә”) мәҡәл-әйтемдәр менән фекерен нығыта.
Мәҡәлдәр персонаждар телендә теге йәки был хәлдең сәбәбен тәрәндән сисеп тормаҫтан, әҙер яуап, әҙер дәлил, һыналған үлсәм рәүешендәрәк тә ҡулланыла”, – тип билдәләгәйне
фи лология фәндәре докторы Ә.М. Сөләймәнов Һәҙиә Дәүләтшина прозаһының фольклорлылығы мәсьәләләрен өйрәнгәндә [Сөләймәнов, 29].
Ошо уҡ фекерҙе Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәренә ҡарата әйтергә мөмкин. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйы тупланған рухи хазинаһы персонаждар телен һутлыраҡ, ҡотлораҡ, тосораҡ яңғыратыуға хеҙмәт итеүен дауам итә.
Яҙыусының әҫәрҙәрендә ҡулланылған фразеологизмдар, мәҡәл-әйтемдәр кеүек үк, геройҙар характерын йәки автор фекерен асыуға хеҙмәт итә. Быуаттар буйы ҡалыплашҡан был нығынған һүҙбәйләнештәр әҫәрҙең телен һығылмалыраҡ итә, мәғәнә нескәлектәрен тулыраҡ тапшыра.
Халыҡсан телмәр үрнәктәре Мәрйәм Бураҡаеваның “Шишмә”, “Аҡ балыҡ”, “Һылыуҡай” повестарының туҡымаһына һибелгән. Ер һүҙе менән бәйле фразеологизмдар: “Кеше ер аяғы – ер
башы тигәндәй алыҫтарҙан йы йылғанды, үҙ ауылым эргәһендәге тө ҙөлөштән ситтә тороп ҡалып булмаҫ инде” – тип уйланы Әминә (“Шишмә”). “Ағиҙелдең матурлығын күрмәгә әллә ҡай ҙан, ер аяғы –ер башы яҡтарҙан кил гәндәр (“Аҡбалыҡ”).
“Ер ярығына инеп юғал дығыҙмы әллә, тинем” (“Шишмә”).
Фразеологизмдар ярҙамында экология проблемаһын күтәреү хәлдәрҙең ни тиклем аяныслы булыуын аңғарта: “Ат йөҙҙөргән ерҙәр тауыҡ кисмәле булып ҡалғас ни! – тине Ғимран ҡарт,
Мораттың уйҙарын дауам иткәндәй” (“Шишмә”), “Ирназар Назаровичҡа ни ике ярты бер бөтөн. Был яҡтарҙың әүәлге матурлығын күргәнме лә, хәҙергеһе менән сағыштырып йәне әсегәнме?”
(“Шишмә”), “Халыҡ теле менән әйткәндә, ҡаш тө ҙә тәм тип, күҙгә зыян килтерәбеҙ. Шул борсой мине” (“Шишмә”).
М. Бураҡаева әҫәрҙәрендә мәҡәлдәр конкрет кәңәш биреүгә, килеп тыуған хәл-ваҡиғаны баһалауға йүнәлтелһә, фразеологизмдар хәл-тороштоң етдилеген, эмоциональ халәтен асыҡлай.
Мә ҫәлән, “Әллә Морат туҙға яҙмаҫ фекерҙәре менән күңеленә шик һалдымы уның?” (“Шишмә”), “Ике ут араһында ҡа лырмын бит, Алмас?! Әле лә мин ике ут араһындамын” (“Шишмә”), “Күҙ менән ҡаш араһындағы хәл бит был” (“Аҡбалыҡ”). “Ҡунаҡ саҡырған да баланға кит кән үҙе, тигән кеүек була бит әле” (“Аҡбалыҡ”), “Кешеләрҙе һанға һуҡмау” – тип һығымта яһап маташты. Уныһы ла килешмәне” (“Аҡбалыҡ”).
Байтаҡ ҡына персонаждарға ҡылыҡһырлама мәҡәлдәр аша асылһа, Ғайсар Моталовтың булмышы фразеологизмдар яр ҙамында бирелә: “Юғиһә, теңкәгә тейә бит. Ул беҙҙең бәкәлгә ныҡ һуғасаҡ.
Был тиклем эт йығыш әҙәм бу лыр икән?!” (Фәритов, “Аҡбалыҡ”), “Са ҡыртып әрләп тораһың, керпек тә ҡаҡ май. Әрһеҙ кеше була бит донъяла!”, “Моталов ялғанды яратмай. Оторо яр һы тып ҡына ебәрербеҙ. Айыуға ҡыҙыл төҫ күрһәткән һымаҡ”, “Эсәген урап ҡулына тотоп булһала йөрөй инде ул рейдта”.
Етәкселәрҙе ҡылыҡһырлаған һәм улар телмәренә хас фразеологизмдар:
“Сыртланов – маҡтаулы етәксе, күҙ өҫтөндә ҡаш кеүек билдәле кеше” (“Шишмә”), Ҡырҡ ата балаһы. Һәр береһенең үҙ йыры. Ҡайһыһының ғына көйөн көйләһәң дә... – Фәритов ҡулын һел тәне (“Аҡбалыҡ”), “Телдәрен теш аҫ) тында тоттороп булыр” (“Аҡ ба лыҡ”), “Күптән кәрәк ине беҙгә шундай етәксе.
Юғиһә ултырҙылар һабын ҡыуығы осороп”, – тигән фекерҙәр ҙә ише телгеләне(“Аҡбалыҡ”), “Һабын ҡыуы ғын осороп ҡайтайыҡмы?” (Ғимранов, “Аҡбалыҡ”),
“Борсаҡ һибеп ҡайтырһығыҙ, йыйырға ла кәрәк бит” (Фәритов, “Аҡбалыҡ”), “Уны тикшергеләгәнсе, беҙ ҡойроҡ менән эҙҙәрҙе һепергеләп ҡуйырбыҙ” (“Аҡ балыҡ”),
“Арыҫ ланов ит көймәҫкә шеш көйҙөрөп йөрөп ята” (Ирназар, “Шишмә”).
Рәжәповты характерлаусы фразеологизмдар: “Бүрене йәлләп һарыҡһыҙ ҡалырбыҙ юғиһә”, “Һүҙ һүҙ урлай, тип, башҡа өндәшмәүҙе артыҡ күрҙе”.
Фәритовҡа асыулы йөрөгән Мотиҡ (“Аҡбалыҡ”) “Әһә, эләктең то ҙаҡ ҡа!” тип кинәнһә, көтмәгәндә фер ма мө дире итеп тәғәйенләнгәс, “Улай бул ғас ни, тиремдән сыҡҡансы тырышырмын” тигәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Был фразеологизмдар уның характер үҙен сәлектәрен оҫта ҡылыҡһыр лай. “Ҡыҙы әсәһенә оҡшаған. Тик кейеҙ ҡолаҡҡа әйләнер кәрәк инде” – былфразеологизм да Мотиҡтың телмәренән.
Ҡатыны Кәримәнең “Өйҙә ҡыл да ҡыбыр латмайһың”, “Ҡалыпҡа һалырлыҡмы һуң һине, хәстрүш!” тип һуҡраныуы характеристиканы тулы ландырып ҡына ҡалмай, ирен һанға һуғып еткермәүе хаҡында ла мәғлүмәт бирә.
Халыҡ тарафынан “Ағастан һандуғас ҡына юнмай. Ни тотһа, шуны сынъяһау итеп ҡуя” тип характерланған Бәхтейәрҙең ейәне Зәйеттең дә телмәре бай. Ҡылған яңылыштарына үкенеүе пер сонаждың өмөтһөҙ түгеллегенә ишара: “Елек ярып май бирһәк тә аҡ ла на ал маясаҡбыҙ”, “Арбала ла, тәртәлә лә бар”, “Һыуҙан таҙа, һөттән аҡ бу лып ҡыланаһығыҙ. Ә мин иштем ишәк сумарын”.
Ғиззәттең телмәренә ҡыҫҡалыҡ һәм ҡырыҫлыҡ (“Ултыр Мәфтуха, йомортҡаның дүрткел булғанын ҡасан күргәнең бар?”, “Ошоно эшләмәһәм, ми не ер йотһон, тип әйтә, ти”), ҡатыны Мәфтухаға ҡыҙыулыҡ (“Ауы ҙы нан һүҙе сыҡҡансы йәне сығыр әҙәм бит ул, әйтәгүр”) хас булһа, яңғыҙ ҡа тын Хәмдиәгә ғорурлыҡ килешә:
“Яңғыҙлыҡ зары ғына йөрәк май ҡайҙарын һыҙҙырҙы, әммә кешегә һиҙҙермәне ул” (“Аҡ балыҡ”).
“Һылыуҡай” документаль повесында бирелгән фразеологизмдарҙың ҡайһыһы (“Яралылар тейәлгән ике арба, үҙе ултырған арбаның алғы яғы күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды, ти”, “Саттаров
та таштан яралмаған”, “Йыртҡысына күрә ҡапҡанын уйлап тапҡан беҙҙекеләр”) хәл-ваҡиғаларҙың етдилеген тасуирлаһа, ҡайһыһында (“Үп кәләтмәгеҙ, тәртәһе ерек уның. Шарт лап һынып ҡуйһа, Һылыу ҙа тө ҙә тә алмаҫ”) һуғыш ерлегендә еңелсә ге нә юморға ла урын табылған.
Билдәле башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәренең телмәр поэтикаһы халыҡсанлығы менән ҡотло, һутлы. Тормошҡа, кешеләргә һөйөү менән һуғарылған, халҡыбыҙҙың тел байлығы ярҙамында тел, ил, халыҡ яҙмышы кеүек ҙур мәсьәләләрҙе күтәргән ҡояшлы, саф ижад шишмәһе мәңге урғыла.