Арғаяш район әҙәби берекмәһенең юбилейы уңайы менән донъя күргән өр-яңы әҙәби йыйынтыҡты ҡулға алғас, «Рәхмәт алып йөрө, балам, ғүмерең моңло бер йыр булыр», – тигән хикмәт, халыҡ аҡылы, хәтергә килә.
Тыуған Ер, Ил-йорт тураһында уйланғанда Баязит Бикбайҙың «Ер» поэмаһы, Абдулхак Игебаевтың «Ер-Әсә өндәшә» тигән монологы, Кәтибә Кинйәбулатова яҙған «Рәхмәт һиңә» исемле классик үрнәктәр иҫкә төшә.
Ғинуар айында өмөт-ышаныстар менән ҡаршы алған Яңы йылды «Йөрәгемдә – Ерем...» тигән уй-моңдарға сорнаған минең китап асып ебәрһә, ниһайәт, кешелек тарихында үҙенең ҡайнар тыны һәм тәрән һулышы менән хәтерҙә ҡалыр ваҡиғаларға тулы ғүмер миҙгелен арғаяш башҡорттарының «Тыуған Ерем, рәхмәт һиңә!» исемле әҙәби йыйынтығы менән тамамлай.
Яҡшы һүҙ йәнгә рәхәт, ти халыҡ. Мейәс ҡалаһында йәшәгән бер апайыма рәхмәт әйтһәм, ул «Рәхмәт булды – рәхәт булды,» тип өҫтәп ҡуя. Меңәр йыллыҡ халыҡ педагогикаһы, аҡыл Аҡмулла олатай васыяттары, атай-инәйҙең алтынға бәрәбәр аҡылы аҙым һайын изгелек ҡылырға саҡыра.
Әҙәби йыйынтыҡ уймаҡтай, әммә уның тормош аҙымдары һәлмәкле. Бында олуғ абруй ҡаҙанған Рәшит Хәкимов, Зәйтүнә Хәйруллина, Ильяс Сафиуллин, Сабирә Шәрипова, Азат Кинйәбулатов кеүек халыҡ уҙамандары. Мәҙәниәт арбаһының уртаһына егелеп йөк тартыусы заттар – Эдуард Яхин, Флүрә Истәмғолова, Гөльямал Назмиева күңелдәрҙә өмөт-ышаныс уята. Сажиҙә Хәлилова, Зөлфиә Ғатауллина, Асия Рамазанова, Мөхәмәт Камалов кеүек ижадсылар сафында Бәжекәй мәктәбе уҡыусыһы Залина Фазылова бар.
Аҫыл шағирә, ил инәһе Кәтибә апай әйткән һүҙгә тоғро ҡалып, Алтынсы Бөтә донъя ҡоролтайына әҙерлек барған мәлдә, ил-йортҡа ҡеүәт өҫтәп, оло йыйынды фатихалап Арғаяш бер ҡатарҙан «Тыуған Ерем, рәхмәт һиңә!», ти.
Ҡамса Мортазин, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.