Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
3 Декабрь , 22:10

Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында Әр-Рәхим мәсете тураһындағы һорауына яуап биреп, объектты төҙөүгә бер нисә миллиард һум аҡса бүленәсәге хаҡында белдерҙе.

Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк
Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк

– Ысынлап та, был ҡатмарлы мәсьәлә. Унда башҡараһы эштәр күп әле. Иң мөһиме – беҙ объектҡа анализ эшләттек, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласаҡ. Нигеҙе һәм стеналар яҡшы торошта. Ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манараларын өҫтөндә эште тамамлаясаҡбыҙ. Хәҙер фасадын проектлауҙы башлайбыҙ. Киләһе йылда тышҡы эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Дөйөм сумма проектлау эштәренән һуң билдәле буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. 

Радий Хәбиров, алдағы дүрт йылда мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тип билдәләне.

– Өс йылдан объект 80 процентҡа төҙөлөп бөтәсәк. Бөтә төҙөлөш эштәре дүрт йыл итер тип күҙаллайым, – тине республика Башлығы.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: