Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Декабрь , 23:49

Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!

14 декабрҙә республикала Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбировтың Указына ярашлы 2019 йылдан Башҡорт теле көнө билдәләнә.

Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!
Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!
Был көндөң байрам итеп иғлан ителеүе осраҡлы түгел.
14 декабрҙә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, мәғрифәтсе, сәсән - шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Аң - белем һәм ғилем - һөнәр генә кешене яҡты һәм оло тормош юлына алып сығыуын шиғри юлдар аша әйтеп биргән бөйөк шәхестең тыуған көнөндә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе оло мәғәнәгә эйә.
Атай - олатайҙарҙан мираҫ булып ҡалған туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында мәҙәниәт һәм мәғариф ойошмаларында төрлө саралар үткәрәбеҙ.
Ошо юҫыҡта бер нисә мәсьәләгә туҡталып китәм.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә матур йөкмәткеле һәм һүрәтле китаптар нәшер ителә. Улар һәр ғаиләлә, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа булырға тейеш.
Шулай уҡ бик етди күренешкә иғтибарҙы йүнәлтергә теләйем.
Һәр башҡорт ғаиләһе, ҡатнаш булыуға ла ҡарамаҫтан, өйҙә туған телендә һөйләшергә бурыслы. Юғиһә, телде һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, үҫтерәйек, тип һөрән һалып, ғәмәлдә өйөбөҙҙә ошоно үҙебеҙ эшләмәһәк, уңыш юлдаш булмаясаҡ! Уйланырға урын бар.
Башҡорт телендә һөйләшәйек!
Бергә булайыҡ!
Берҙәм булайыҡ!

Салауат Ғайса улы Кәримов,
яҙыусы, тәржемәсе, журналист, "Башҡортостан уҡытыусыһы " журналының баш мөхәррире
 
Автор:Салават Каримов
Читайте нас: