Сара Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы һәм Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды тарафынан ойошторолдо.
Йомғаҡлау сараһы 2024 йылда республика, төбәк-ара, бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүселәрҙең ғаиләләре менән осрашыу форматында "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән үтте.
Осрашыу барышында конкурс еңеүселәрен дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләү, сәй эсеү һәм ҡурсаҡ театрының яңы йыл спектаклен ҡарау ойошторолдо.
Фото Александра Королева