Был сараны Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте "Баш Той" йәмғиәте менән берлектә ойошторҙо.
“Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова үҙенең сығышында “Шаян бесәй”, “Кем булырға?” тигән мультимедиалы китаптар һәм “Башҡорт халыҡ әкиәттәре”, “Бишек йырҙары” аудиопроекттары менән таныштырҙы.
Китаптарҙы нәшриәт магазинында һәм интернет аша алдырып булһа, әкиәттәр менән бишек йырҙарын нәшриәттең сайтында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә бушлай тыңларға мөмкин.
Ҡурсаҡтар һәм уйынсыҡ планшеттар етештереүсе “БашТой” йәмғиәте етәкселәре Лилиә менән Фәнзил Әҙелбаев фекеренсә, башҡорт телендә уйынсыҡ етештереүселәргә бер ойошма булып берләшергә кәрәк. Был йәмғиәттең эшмәкәрлеге хаҡында "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы биттәрендә лә яҡындан таныштырып үткәйнек инде.
Руфия Ханова, башҡортса һөйләшкән йомшаҡ ҡурсаҡтар авторы: тәүге тапҡыр әсәй булғас, ҡыҙым ды милли мөхиттә үҫтереү юлдарын эҙләй башланым һәм башҡорт телендә уйынсыҡтар яһарға булдым, ти. Уның йомшаҡ уйынсыҡтары башҡортса һөйләшә, йырлай белә, хатта балаға исеме менән өндәшә.
Елена Нәғимова, “Белем тирмәһе” (“Юрта знаний”) проекты авторы. Ике балам мәктәптә уҡыған саҡта башҡорт телендә ҡулланма материалдарҙың етешмәүенә иғтибар иттем, ти ул. Уның карточкалары һәм ҡулланмалары Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан белем биреү әсбаптары тип раҫланған.
Рәшиҙә Минеғолова, сувенир ҡурсаҡтар авторы. Бала ошо ҡурсаҡтарҙы үҙ ҡулдары менән эштәп алһын өсөн махсус набор уйлап сығарҙым, ти. Был сувенир ҡурсаҡтар баланың күңелен генә үҫтереп ҡалмай, шулай уҡ ҡул моторикаһын үҫтерә, эстетик яҡтан да тәрбиәләй.
Психологтар фекеренсә, бала телдәрҙе уйын аша еңелерәк үҙләштерә, һәм бының өсөн 1,5 – 9 йәш арауығы айырыуса отошло, сөнки был ваҡытта мейе телмәрҙе бик яҡшы ҡабул итә һәм иҫтә ҡалдыра. Ә һеҙҙең балағыҙҙың бындай уйынсыҡтары бармы?