Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын киләһе йылдарға һайланыҡ. Йыл буйы әҙерләнеп, декабрь айында Бөтә донья башҡорттары Ҡоролтайының VI съезына йыйылдыҡ.Төрлө тарафтарға таралған милләттәштәребеҙ менән осрашып, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге тураһында һөйләшеп, яңы бурыстар билдәләнек.
Һәр беребеҙҙең, һәр кемдең шәхсән тормошонда төрлө яңылыҡтар, уңыштар бар һәм яңы йылға һәр бер кешенең яңы теләктәре, пландары була. Шуларҙы дөрөҫ итеп баһалап, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡыуаныстарҙы бүлешеп йәшәргә кәрәк.
Үткән йылда беҙҙең уйҙарыбыҙ, әлбиттә, Махсус хәрби операция тураһында, ундағы егет-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында булды. Илебеҙ, халҡыбыҙ тип көрәшеүҙәрен күреп, ғорурландыҡ, ғорурланабыҙ!
Мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеүҙе ойошторабыҙ. Егеттәребеҙ - бөгөнгө ҡаһарман геройҙарыбыҙ улар! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар ҙа бар. Беҙ Рәсәйҙе, Ватаныбыҙҙы һаҡлап һәләк булған батырҙарҙы һәр саҡ ғорурланып хәтерҙә тотасаҡбыҙ.
Яңы йылды һәр ваҡыт яҡты өмөттәр, ышаныстар менән ҡаршылайбыҙ. Айырыуса балалар менән ата әсәләр, төрлө ҡыҙыҡлы, яңылыҡтар, күңелле осрашыуҙар көтөп ҡаршы ала.
Өлкәндәр өсөн дә Яңы йыл ҙур ҡыуаныстар, аҡ өмөттәр, яңы хыялдар менән килә, тип ышанабыҙ. Иң мөһиме доньяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, егеттәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ бар көсөн яуҙа түгел, ә тыныс тормошта ҙур эштәргә бағышлаһын тип теләйек.
Яңы 2025 йыл "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы өсөн дә иҫтәлекле йыл. Республикабыҙҙың ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик баҫмаһы "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы сыға башлауға февраль айында 105 йыл тула.
Шул айҡанлы үҙебеҙҙең дуҫтарыбыҙҙы: педагогтарҙы, тәрбиәселәрҙе, уҡытыусыларҙы, методист- ғалимдарҙы һәм мәғариф ветерандарын ихлас күңелдән ҡотлайым.
Дуҫтар! Яңы йыл ҡыуаныстар менән килһен! Башланған эштәрҙең дауамы уңышлы булһын! Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын!
һәр кемгә именлек, һаулыҡ, бәхетле тормош теләйем!
Яңы йыл менән!
С.Ғ. КӘРИМОВ,
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире