Файҙалы эштәр йылы
31 Января 2025, 16:25

«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы

Бөгөн Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы булып үтте. Шағир исемен йөрөткән 102-се башҡорт гимназияһы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты мәртәбәле сараның төп ойоштороусылары булды.

«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ғалимдары, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге, Дим районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән бергә, яҙыусы, тәржемәсе һәм педагог-методист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән шағирә, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре Йомабикә Ильясова ҡатнашыуы сараға йәм һәм мәртәбә өҫтәне.

 

Әҙәби-ижади конкурс уҡыу йортоноң тамашасылар залында рухландырғыс концерт номерҙары, арҙаҡлы шағирҙың тетрәндергес шиғыр юлдары менән үрелеп барған тамашаны ҡарауҙан башланды. Гимназия директоры Ш.А. Тимербулатов ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың тормошона һәм ижадына арналған бындай сараның 2022 йылдан башлап ойошторолоуы, быйыл 5-се тапҡыр уҙғарылыуы хаҡында, конкурстың һайлап алыу этабында 250 уҡыусының ҡатнашыуы, әлеге этапҡа 70 уҡыусының саҡырылыуы хаҡында әйтеп үтте.
Гимназияла йыл башынан яңыса биҙәлгән ике кабинет асылған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормошона һәм ижадына арналған кабинет «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мультимедия комплексы менән йыһазландырылған.

 

Асыу тантанаһынан һуң уҡыусылар билдәләнгән номинациялар буйынса сығыш яһау өсөн секцион ултырыштарға таралды. Гимназия коридорын Рауил Бикбаевтың архивынан алынған, һирәк осраған фотоһүрәттәр галереяһы биҙәй. Бар ерҙә лә байрам шатлығы күҙгә ташлана ине.

 

«Башҡортостан бында башлана», «Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел, биҙәр өсөн тыуа донъяға», «Халҡыма хат», «Минең яҙмышым» номинацияларындағы бөтә ижади сығыштар ҙа талапсан жюри ағзалары тарафынан етди баһаланды, уҡыусыларҙың ижади эштәре буйынса матур теләктәр әйтелде.

 

«Бикбай уҡыуҙары» әҙәби-ижади конкурсының йомғаҡлау өлөшөндә еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде һәм бүләкләнде.
Уҡыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен асыуға, башҡорт әҙәбиәтен, шағирҙар ижадын пропагандалауға йүнәлтелгән, уҡыусыларҙа милли үҙаң тәрбиәләүсе был матур сара юғары кимәлдә үтте, ойоштороусылар үҙ маҡсатына иреште.

«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
«Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙҙы
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас