Һуңғы йылдарҙа баҫманың йөкмәткеһе, сифаты яҡшырҙы, тышҡы һәм эске биҙәлеше күҙгә күренеп матурайҙы, подписка күләме ҡырҡа артты. Редакция хеҙмәткәрҙәре журналды халыҡ араһында популярлаштырыу буйынса ҙур эш алып бара.
Баш мөхәррир Салауат Ғайса улы Кәримов үҙе һәр саҡ юлда: район һәм ҡалалар буйлап йөрөй, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, киң йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрә, һәр журнал уҡыусыһына тиерлек иғтибарын йәлләмәй.
Уның урынбаҫары, элекке студентыбыҙ, уҡыу алдынғыһы Әлфиә Фәрүәз ҡыҙы Сәғитова иһә авторҙар, журналға яҙылыусылар менән даими бәйләнештә тора, социаль селтәрҙәрҙә журналдың абруйын күтәреү буйынса бик әүҙем эшләй.
Быйыл мин дә "Яҙыл да бүләк от!" акцияһында ҡатнаштым һәм ҡиммәтле, иҫтәлекле призға эйә булдым!
"Башҡортостан уҡытыусыһы"н алдырығыҙ, уҡығыҙ, унда мәҡәләләр баҫтырығыҙ, дуҫтар!
Редакция хеҙмәткәрҙәренә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле, оҙон ғүмер, эштәрендә ҙур уңыштар, ижади ҡаҙаныштар теләйем!