Файҙалы эштәр йылы
20 Февраля 2025, 14:45

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йыл

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт тел ғилеме белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй фәнни- ғәмәли конференцияһы булып үтте.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йылФирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йыл
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йыл

Сара Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты бинаһында филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының Һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинетты асыуҙан башланды.

Тантанала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, республиканың юғары уҡыу йорттары ғалимдары, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының балалары, туғандары, яҡташтары, күренекле яҙыусылар, республиканың ҡала, район мәктәптәре педагогтары, студенттар ҡатнашты.

Конференцияла күренекле шәхестең аспиранттары, сараға онлайн ҡушылған Төркиә, Ҡаҙағстан ғалимдары, Яҡут (Саха), Татарстан республикалары, Мәскәү, Новосибирск һ.б. ҡалаларҙың фән белгестәре, яҡташтары Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинованың милләтебеҙ, илебеҙ, донъя фәне өсөн башҡарған һанап бөтөргөһөҙ эштәре, тәрән белеме, юғары мәҙәни кимәле, ҡыйыулығы, донъя кимәлендәге сараларҙың иң көтөлгән ҡунағы булыуы тураһында һөйләне, уның мәшһүр аҡыл эйәһе булыуы хаҡында тәрән ихтирам менән иҫкә алды.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың етәкселек осорондағы бихисап яңы эштәре, яңы алымдары, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәре хаҡында һоҡланып һөйләне улар.

Башҡорт фольклорсы-ғалимы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева матур иҫтәлектәре менән бүлешеп, ҡобайырын әйтте.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты етәкселеге, ил кимәлендәге сара ойоштороп, оло шәхесебеҙгә тәрән ихтирамын, хөрмәтен белдерҙе.

Бөгөн сарала ҡатнашыусыларҙың барыһының да күңелендә милләт әсәһенә рәхмәт хистәре тулышты.

Әбйәлилдең талантлы ҡыҙы, тәрән аҡыллы һоҡланғыс шәхес хаҡында киләсәктә күп яҙылыр, уның фәнни эштәренең тәрәнлеге байҡалыр әле. Халҡың өсөн ҡылған хаҡ эштәрең халыҡ күңелендә, ғалимә!

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йыл
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йыл
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йыл
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йыл
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына - 75 йыл
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас