"Телдәр белгән - илдәр гиҙгән" тип аталған байрамдың төп маҡсаты - милләт-ара дуҫлыҡты, берҙәмлекте сағылдырыу булды.
Башланғыс синыф уҡыусылары төрлө милләт вәкилдәрен, уларҙың йыр-бейеү, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған сығыштар әҙерләгән. Милли аҙыҡтарҙан һәм һәр милләттең көнкүрешендә киң ҡулланған ҡомартҡыларынан торған күргәҙмә ойошторған.
Һоҡландырғыс күркәм сараны уҙғарыуға күп көс һалған гимназия етәкселегенә, класс етәкселәренә һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Беҙҙең туған телебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа!
Шулай, туған телде ҡәҙерләйек, уны өйрәнәйек, үҙебеҙҙең телебеҙҙә һөйләшәйек һәм киләсәк быуындарға тапшырайыҡ.
"Теле барҙың - иле бар!"