Бөтә яңылыҡтар

"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары" Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте

Бөгөн Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, прозаик Миләүшә Ҡаһарманова, яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Мырҙаҡаев һәм шағирә Айгөл Ғәбитова Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында «Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы һәм хәҙерге филологияның көнүҙәк мәсьәләләре "VIII Дәүләтшина уҡыуҙары" исемле Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашты. 

"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары"  Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте
"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары" Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте

Сараны филология фәндәре кандидаты, юғары уҡыу йорто директоры Винер Ғәниев асты. Сараның пленар өлөшөнән һуң әҙиптәр, ғалимдар һәм уҡытыусылар секция ултырышында Һәҙиә Дәүләтшина ижади мираҫының башҡорт әҙәбиәтендәге мөһим роле һәм әһәмиәте тураһында һөйләшеүҙе дауам итте. Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған оло сара мәлендә ҡунаҡтар бөйөк яҙыусының бюсына сәскә һалды. Ғалимә Гөлнур Ҡасҡынова Һәҙиә Дәүләтшина музейындағы экспонаттар менән таныштырҙы.

"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары"  Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте
"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары"  Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте
"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары"  Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте
"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары"  Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте
"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары"  Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте
"VIII Дәүләтшина уҡыуҙары" Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: