Файҙалы эштәр йылы
10 Марта 2025, 08:00

Байназар мәктәбендә ҡатын - ҡыҙҙар хоккей уйнаны

 Һәр саҡ коллективын, мәктәбен спортҡа, сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе етәксе Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев етәкләгән Бөрйән районының иң ҙур мәктәптәренең береһе Байназар мәктәбендә әленән-әле төрлө ҡыҙыҡлы спорт уйындары ойошторола.   “Сәләмәт мәктәп!” республика программаһы һәм 8 Март -  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө сиктәрендә 6 март көнө мәктәптең хоккей майҙансығында  Байназар мәктәбенең  йыйылма командаһы  һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым филиалдары командалары ҡатнашлығында өсөнсө тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар  араһында  үҙенсәлекле хоккей турниры үтте. Был уйындың үҙенсәлеге шунда: хоккейсы ҡатын-ҡыҙҙар  конькиҙа түгел, ә быйма кейеп боҙҙа сәкән менән туп һуҡты.

Байназар мәктәбендә ҡатын - ҡыҙҙар  хоккей уйнаныБайназар мәктәбендә ҡатын - ҡыҙҙар  хоккей уйнаны
Байназар мәктәбендә ҡатын - ҡыҙҙар хоккей уйнаны

Был сараны һәр кем түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
Ҡыйыулыҡты һәм батырлыҡты бергә туплаған ҡатын ҡыҙ хеҙмәткәрҙәребеҙҙе , иң тәүҙә, мәктәптең етәксеһе Йәмил Ишбулды улы ҡотлап,  командаларға уңыштар теләне.
Тренер Флүр Хәлил улы Дәүләтшин ярыш тәртибе менән таныштырғандан һуң, йәрәбә буйынса исемлек билдәле булды.
Баш судья Флүр Хәлил улы иң беренсе тупты боҙға һелтәп, хоккейға старт бирҙе һәм уйын барышын башынан аҙағына тиклем тулыһынса үҙ контроленә алды һәм уйын барышына күҙәтеү яһап, мәғлүмәттәрҙе еткерә барҙы, хоккейсыларға ҡарата уйындар барышында бик тә иғтибарлы булды. 

 Уйынсылар майҙанда үҙҙәрен бик иркен тотто. Иҫ киткес матур аралашыу, саф һауала рәхәтләнеп, кинәнеп уйнау, дуҫлыҡ атмосфераһы, күңелле ял – бында ҡатнашыусы һәр кемдең йөҙөнә сыҡҡан ине.
Командаларҙың һәр береһенең үҙенә генә хас кейемдәренә иғтибар итмәй мөмкин түгел ине.  Байназарҙарҙың командаларының үҙ формаһы, Мораҙым, Яуымбайҙарҙың, Мәһәҙейҙәрҙең  кейемдәре лә шәп кенә ине. Үҙҙәрен тотоуҙарына ҡарағанда, һәр береһенең, ярышҡа килгәндә үк, еңелмәҫкә иҫәп тотоп килгәндәрен тойомларға була ине.


Һөҙөмтәләргә килгәндә, мәрәйҙәр  һаны буйынса  мәктәп администрацияһы ағзаларын тәшкил иткән “ Байназар мәктәбе ” ҡатын-ҡыҙҙар  командаһы беренселекте алып, Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ  булды һәм  турнирҙың күсмә кубогы уларға тапшырылды. Икенсе урынға Яуымбай мәктәбенең “Әбләскин” командаһы сыҡһа, өсөнсө урынды Мәһәҙей филиалының “Түңгәүер”  командаһы уйынсылары яулап, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булдылар. Быймалы хоккей уйынында  әүҙем ҡатнашҡан  Мораҙым "Аратау" командаһына дәртләндереү өсөн ҡатнашыусы Дипломы бирелде.


Шуныһы бик һоҡланғыс:  урта һәм төп дөйөм белем биреү мәктәптәре менән бер рәттән, башланғыс ҡына мәктәптән әҙ генә уйнаусылар  командаһын тәшкил иткән Мәһәҙей мәктәбе лә был ярышта бирешмәне. Шуға күрә мәһәҙейҙәр тырышлыҡтары өсөн торт менән бүләкләнде.
Был сәмле ярышта төп уйында Яуымбай хоккейсылары алдынғылыҡты бирмәне, командалар араһындағы уйындарҙа Яуымбай мәктәбенең хеҙмәткәрҙәре - бик көслө уйынсылар Гөлнәфис Шамил ҡыҙы  Хәйбуллина, Ләйсән Әбүбәкир ҡыҙы Ишимовалар бер-нисә тапҡыр ҡаршы команда ҡапҡаһына  сәкән менән туп индерҙе.


Байназар мәктәбенең юрисы Гөлфиә Нөғәмән ҡыҙы, Мәһәҙейҙән Тәслимә Мәһәҙей ҡыҙы Насырова ла - бик оҫта хоккейсылар.
Был  Байназарҙағы быймалы хоккей турнирында кемдер тәжрибәһенә таянһа, кемдер үҙ көсөнә ышанды. Араларында тәүге тапҡыр ғына майҙанға сығып уйнаусылар ҙа юҡ түгел. Йәмил Ишбулды улы дәртләндереп, айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр, кеше эшләй алмаған эш тә, кеше уйнай алмаған уйын да юҡ ул, тип уйынсыларҙы дәртләндерә. Әйткәндәй, командалар өсөн “ауырыусылар”ҙың да күп булыуы һоҡландырҙы. Хоккейсыларҙы көйәрмәндәр дәртләндереп, көс - дәрт биреп, алҡышлап торҙолар. Быймалы хоккей уйындары үтә лә сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Бына шулай, быймалылар –хоккейҙа, быймаһыҙҙар өйҙә булды был көндө – хоккей батырҙар һәм сәмлеләр, ҡыйыуҙар уйыны шул.


“Сәләмәт мәктәп!” республика программаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар көнө  сиктәрендә ойошторолған Байназар мәктәбендәге  был уйындар  матур ял менән юғары кимәлдә үтте.
Иң аҙаҡтан, иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшкәндән һуң, матур табында  ҡайнар сәй эсеп, ҡыуанып, илһамланып таралышты хоккейсылар. Ысынлап та, сәләмәт тормошто маяҡ итеп, коллективын бер ғаиләгә туплап, ваҡытты дөрөҫ бүлеп, матур йүнәлеште үҙ иткән Байназарҙарға , афарин, тиергә ҡала. Спортҡа битараф булмаған, сәләмәт тормош алып барған Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым ауылы командаларына  "Афарин!",  тиергә генә ҡала. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә  юғары үрҙәр теләйек был берҙәм коллективҡа.

 

Сәйҙә Сәйәхова,

Бөрйән районының Байназар ауылы

Байназар мәктәбендә ҡатын - ҡыҙҙар  хоккей уйнаны
Байназар мәктәбендә ҡатын - ҡыҙҙар  хоккей уйнаны
Байназар мәктәбендә ҡатын - ҡыҙҙар  хоккей уйнаны
Байназар мәктәбендә ҡатын - ҡыҙҙар хоккей уйнаны
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас