Бөтә яңылыҡтар
10

Коммерциялы булмаған ойошмалар өсөн яңы һанлы портал булдырҙылар

Рәсәйҙең Юстиция министрлығы Коммерциялы булмаған ойошмалар өсөн яңы һанлы портал булдырҙы.

Коммерциялы булмаған ойошмалар өсөн яңы һанлы портал булдырҙылар
Коммерциялы булмаған ойошмалар өсөн яңы һанлы портал булдырҙылар

 15 апрелгә тиклем улар 2024 йылға ҡараған отчет мәғлүмәттәрен онлайн майҙанға индерергә бурыслы. Яңы порталда эшләү тәртибе менән 18 мартта Өфөлә таныштырҙылар. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Ресурс үҙәге ойошторған сарала 60-тан ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың яртыһынан күберәге республиканың төрлө төбәгенән онлайн ҡушылды.

 Бынан тыш эшлекле осрашыуҙа Үҙәк йәмәғәт палатаһы Коммерция булмаған ойошмаларға халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү үҙәге араһында хеҙмәттәшлек күрһәтеү тураһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы консультация дәрестәре артабан да даими ойоштороласаҡ. 

 Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе урынбаҫары Гөлназ Мирхәйҙәрова ошоларҙы һөйләне: "Күп райондарҙа Коммерциялы  булмаған ойошмаларҙы асыуын асалар ҙа ул, тик уларҙың күбеһе эшмәкәрлекте нисек алып барырға кәрәклеген аңлап етмәй. Шуға күрә улар беҙгә консультацияға киләләр. Ресурс үҙәге уларға төрлө яҡлап ярҙам итә. Әлеге ваҡытта һиҙелерлек хоҡуҡи ярҙам да күрһәтелә".

Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас: