Файҙалы эштәр йылы
26 Марта 2025, 04:42

Дрон ярҙамында Шүлгәнташ мәмерйәһен тикшерәләр

  Башҡортостанда үҙенсәлекле экспедиция башланды. Шүлгәнташ мәмерйәһенең Зәңгәр күле аҫты киңлектәренә билдәһеҙ һыу аҫты өлөшөн тикшереү маҡсаты менән пилотһыҙ машина төшөрөлгән.

Әлеге мәлгә мәмерйә күленең 3 км тәрәнлеге тикшерелгән, әммә һыу аҫты донъяһы һаман да сер булып ҡала килә.🤫

Генераторҙарға 200 метрлыҡ кабель менән тоташтырылған дрон һыу аҫтында күпме теләй, шул тиклем төшә ала! ⚡ Тәүге көндә ул таш туннель аша 36 метр үткән дә инде.
Видео: "Шульган-Таш"

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас