

Француз яулыҡ, француз ҡушъяулыҡ тип тә йөрөтәләр уны. Ҡыҙғылт-алһыу ерлеккә аҡһыл сәскәлекәй генә биҙәк төшкән, ҙур ситса яулыҡ һиндә бар икән - һин үҙең дә ҡыҙыл байһың, сөнки яулыҡ үҙе үк оло мәртәбәгә эйә.
Француз яулыҡты, ҡашмау кейгән кеүек үк, кейәүгә сыҡҡан йәш кәләш ябынған. Килен (йәки кейәү) күренеше итеп, ҡоҙалар яғына француз яулыҡ өләшеү йолаһы ла булған икән.
Француз яулыҡтың башҡорттарҙың көнкүрешенә, тормошона үтеп инеүе, таралыуы халҡыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында 20 атлы полк менән ҡатнашыуы, 1813/14 йылдарҙа Рәсәйҙән ситтә барған походтарҙа хәрәкәт итеүе, сигенгән француз ғәскәрҙәрен эҙәрлекләп, тар-мар итеүгә тос өлөш индереүе, Парижғаса етеп, еңеүсе булып ҡайтыу ваҡиғаларына туранан тура бәйле.
Легендар француз яулығының тарихын видеола Әлшәй районында йәшәүсе, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда булыусы ағинәй Әлфиә Солтанова һөйләй.