Файҙалы эштәр йылы
21 Апреля 2025, 08:53

"Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!" конкурсы тамам!

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм педагогик хеҙмәт ветерандары өсөн уҙғарған "Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!" конкурсы тамам!

"Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!" конкурсы тамам!"Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!" конкурсы тамам!
"Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!" конкурсы тамам!

Был конкурстың еңеүсеһе тип үҙе ижад иткән шиғырын беренселәрҙән булып еткереүсе
Зарина Урал ҡыҙы Назырова билдәләнде (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы).

«Ветеран олатайҙың васыяты» тип атала уның конкурсҡа тәҡдим иткән шиғыры. Патриотик рухта башҡарылған, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Афарин, ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!👏👏👏

Тағы ла өс ҡатнашыусыбыҙҙы "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Уларҙы беҙ ғәҙәттәгесә һеҙҙең тауыштарығыҙ ярҙамында билдәләрбеҙ. Тауыш биреү 28 апрель 12 сәғәткә тиклем дауам итер. Уңыштар теләйбеҙ!
Тауыш биреү:👇👇👇
https://vk.com/app7198399_-156150050#poll6805d803018f69125351c31e

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас