Файҙалы эштәр йылы
25 Апреля 2025, 06:01

Ҡыйғы ҡыҙы – Һылыуҡай

С.С. ЯРУЛЛИНА, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

“Сибай” көйө аҫтында шаршау алдына Таһир Кусимов сыға.

Т. Кусимов. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә яугир ҡатын-ҡыҙҙар – медицина хеҙмәткәрҙәре хаҡында әҫәрҙәр юҡ тиерлек. Ә бит был ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙар күпме һалдаттарҙы үлемдән ҡотҡарып, яңынан сафҡа ҡайтарған! Уларҙың бихисабы яу яланында хәрбиҙәргә тәүге ярҙам күрһәткән мәлдә һәләк була.

Мәрйәм Бураҡаеваның “Һылыуҡай” документаль повесында фиҙаҡәр, батыр йөрәкле, нескә күңелле, йомшаҡ ҡуллы яугир-табип Һылыу Әхмәтованың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы хәрби юлы һүрәтләнә.

Һуғыш ҡот осҡос нәмә ул! Уның аяуһыҙлығы хаҡында мотлаҡ яҙырға кәрәк: йәштәр был хаҡта белергә тейеш. Улар араһында фашизмға ҡаршы пропаганда алып барырға кәрәк!

Ҡурайҙа “Сибай” көйө ағыла. Ҡоштар һайрай. Таллыҡта ауған ағас түмәренә ултырып, һалдаттар гәзит уҡый.

Санитар. Егеттәр! Биктаһир, Хәкимйән! Ҡарағыҙ әле! Беҙҙең доктор Һылыуҡай хаҡында гәзиткә яҙғандар! 

Биктаһир. “Башҡорт атлылары” гәзитенәме?

Санитар. Эйе!

Хәкимйән. Ҡайҙа әле, ҡайҙа, уҡып ебәр!

Санитар (уҡый). “Яраланған һалдаттарҙы Чир йылғаһы аша сығара башлағас, фашист самолеттары килеп сыҡты. Командир яраланды. Фельдшер Һылыу Әхмәтова бомбалар аҫтында йылғаны аша сығартманы. Самолеттар күҙҙән юғалғас ҡына яралылар тейәлгән кәмәләргә ҡуҙғалырға рөхсәт бирҙе. Ауыр хәлдәгеләргә тәүге ярҙам күрһәтте. Әллә күпме яралының, санитар эскадрондың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалды. Һылыу Әхмәтова киҫкен ситуацияла  үҙен яҡшы командир ҙа итеп танытты!”

Хәкимйән. Һай, афарин!

 Биктаһир. Үҙебеҙҙең, Ҡыйғының, батыр ҡыҙы бит ул!

Санитар. Хәкимйән, Биктаһир! Әйҙә, гәзитте бөтә егеттәргә лә уҡып ишеттерәйек! (Сығалар.)

Һандуғастар һайрауына илһамланып, аяҡ остарына ғына баҫып, Һылыу  килеп инә.

Һылыу. Эй, һандуғас! Эй, һандуғастар! Әллә һеҙ ҙә Әй, Ҡарайлы буйҙарынан килдегеҙме? Мине эҙләп осоп килдегеҙме? (Пауза.) Шул тиклем дә таныш моң һеҙҙә!

Тәүфиҡ инә. Ул да һаҡ ҡына атлай. Ҡулында – хат. Һөйөнсөһөн әйткәндә хатты артҡа йәшерә.

Тәүфиҡ. Һылыу! Һылыу, һөйөнсө!

Һылыу. Т-с-с-с! (Ҡыуаҡлыҡҡа ымлай.) Тыңла әле: был ҡоштар беҙҙең Ҡарайлы йылғасығы талдарынан килгән! (Тәүфиҡты етәкләп әйләндерә.) Эйе, эйе! Әйгә ҡойған Ҡарайлынан!

Тәүфиҡ. Һылыу, йәнем, шулайҙыр, моғайын, шулайҙыр!

Һылыу. Әйҙәгеҙ, кинәнеп һайрағыҙ, кинәнеп осоғоҙ, ҡоштар! Һауалар саф зәңгәр!

Тәүфиҡ. Тап һинең күҙҙәрең кеүек, Һылыуҡай! Күҙҙәреңдең зәңгәрлеген күрмәһәм, күк йөҙөнөң зәңгәрлеген тоймаҫ инем. Һине осратмаһам, Башҡортостан тыуған еремдәй яҡын булмаҫ ине!

Һылыу. Ә Ҡыйғыны, Ҡыйғыны белер инеңме?

Тәүфиҡ (башын түбән эйә). Бәлки ... белмәҫ тә инем.

Һылыу. Йә,Тәүфиҡ, нимәне һөйөнсөләнең?

Тәүфиҡ. Һылыу! Нәҡиә һеңлемдән хат килде! Бына нимә тип яҙа, буласаҡ еңгәй тураһында яҙ әле, йөҙө, сәсе, күҙҙәре, йөрөшө, һөйләшеүе – миңә бөтәһе лә ҡыҙыҡ. Йырлаймы, ниндәй йырҙар ярата тип тә һораған.

Һылыу. Әллә яуап та яҙҙыңмы?

Тәүфиҡ. Эйе! Буласаҡ еңгәң әсәйгә оҡшаған, тинем.

 Һылыу. Нисек инде?

 Тәүфиҡ. Әсәйем дә нәҡ һинең кеүек: тыныс холоҡло.

Һылыу. Рәхмәт, Тәүфиҡ. Был минең өсөн иң оло баһа.

 Тәүфиҡ. Килен ҡәйнә тупрағынан, тиеүҙәре дөрөҫ тә ул!

Һылыу (уны етәкләп ала, хыялланып сәхнә алдына әйҙәй). Тәүфиҡ, бына һуғыш ҡына бөтһөн, икәүләшеп Ҡыйғыға ҡайтып төшөрбөҙ!

Тәүфиҡ. Иң тәү Ҡазанға туҡталырбыҙ! Әсәйемдәр менән күрешербеҙ. Ҡосаҡлашып тороп  күрешербеҙ!

Һылыу. Аҙға ғына булһа ла Өфөлә лә туҡталырбыҙ! Йүгереп кенә медицина институтына инеп, уҡыуҙы дауам итергә ғариза яҙырмын! Ни бары беренсе курсты ғына тамамлаған студент бит әле мин!

Тәүфиҡ. Дөрөҫ! Табиптар, илде аяҡҡа баҫтырырлыҡ табиптар, ифрат күп кәрәк буласаҡ киләсәктә!

Һылыу. Тәүҙә Имәнтауҙан Ҡыйғыға ҡарап торорбоҙ ҙа: “Һаумы, Ҡыйғыыыым! Мин һиңә иң шәп егетте кейәү итеп алып ҡайттыыыыым! Ҡабул ит, Ҡыйғыыым!”, – тиермен! (Әйләнәләр.)

Дәһшәтле көй. Йүгереп санитар инә.

Санитар (Һылыуға). Иптәш взвод командиры! Яралыларҙы килтерҙеләр! Тәүфиҡ Ситдыҡович! Ауыр яралы офицерға ҡан кәрәк!

Һылыу. Нисәнсе төркөм?

Тәүфиҡ. Нисәнсе төркөм  ҡан кәрәк?

Санитар. Беренсе төркөм,тинеләр...

Һылыу. Минең ҡаным ярай! Тәүфиҡ, әйҙә!

Тәүфиҡ.  Һылыу, әле нисә көн элек кенә ҡан... (Сығалар.)

Ауыр яралы һалдат Батырғәлене Миндинур менән Хәҙисә ҡултыҡлап индерә. Түмәргә ултырталар ҙа сығып китәләр.

Батырғәле. Рәхмәт, иптәштәр. Хәл кергәндәй булды...

Хәкимйән (ныҡ сатанлай). Батырғәле! Анау тимер ҡурайыңда бер һыҙҙыр әле!

Биктаһир. Хәкимйән, дөрөҫ әйтәһең, яралы кешенең  үпкәһе тиҙ шешеп ҡабарыусан. Иптәш лейтенант Һылыу Әхмәтова шуға ла йыш ҡына  йә йырларға, йә нимәгәлер өрөргә ҡуша.

Хәкимйән. Әмәлгә  яҙғандай, немецтар, Батырғәлегә ҡурай булһын, тип, самолеттарына йүнһеҙ пилотты ултыртҡандар!

Батырғәле. Тербуны  ҡалаһы эргәһендә бәреп төшөрөлгән  самолетты әйтәһеңме, Хәкимйән?

Хәкимйән. Эйе!

Биктаһир. Шаярта ул: фашист пилоты йүнһеҙ түгел, ә үҙебеҙҙекеләр шәп! Ана бит: ни арала ҡурайын да яһап өлгөргән Батырғәле !

Батырғәле. Биктаһир, ҡурай моңо ҡаныбыҙҙа бит беҙҙең! Һәр быуыны һайын моң сыҡҡан  халҡыбыҙҙың!

Хәкимйән. Һай! Маҡтанырлығыбыҙ ҙа бар шул! Бына, мәҫәлән, медицина взводы командиры иптәш Тәүфиҡ Саттаров Брянск фронтынан үҙе теләп килгән беҙҙең дивизияға.

Биктаһир. Табиплыҡҡа Ҡазанда уҡыған бит ул! Юғары белемле! Һәйбәт кеше ул!

Батырғәле. Биктаһир, Хәкимйән! Ниндәй көйҙө санэскадронға  бағышлайыҡ?

Биктаһир. Ҡайһыһын уйнаһаң да, барыһы ла йөрәккә ята ҡурай моңоноң. Әйҙә, һыҙҙырт!

Һылыуҙы ҡултыҡлап индерәләр. Ул – хәлһеҙ. Эскәмйәгә ултырталар.

Анна. Һылыу! Инде хәл кергәнсе ҡан бирмәй тор, зинһар. Үҙеңә лә йәшәргә кәрәк бит...

Һылыу. Офицер йәл... Уны ла өйөндә өҙөлөп  көтәләр ...

Миндинур. Егерме өс кенә йәшлек булһаң да, ихласлығың – иҫ киткес! Рәхмәт һиңә, Һылыу!

Анна. Һине лә, депутат та  булғас, тыуған яғыңда бигерәк көтәләрҙер!

Миндинур. Үҙең  юллап йөрөгән Мәҙәниәт йорто ла күптән асылғандыр...

Батырғәле.  Фашисты еңеп ҡайтҡас, иптәш депутат Һылыу Әхмәтованың астырған сәхнәһендә бер уйнармын әле ҡурайымда, эх!

Биктаһир. Ҡыйғылар ғына “үҙебеҙҙең духтырыбыҙ” тип маҡтанмаһын әле, тиһең инде!

Хәкимйән. Бына ошо аяҡты сатан тип тормам, мин дә барып бейермен  иҙәндәре һығылғансы!

Һылыу. Рәхмәт, егеттәр! Депутатлыҡты ла, докторлыҡты ла эй рәхәтләнеп атҡарырға яҙһын! Тиҙерәк  дөмөктөрәйек  илбаҫар  дошманды!

Анна. Егеттәр, киске һалҡында оҙаҡ ултырмайбыҙ. Яраларығыҙға  һыуыҡ үтмәһен! (Сығалар.)

Музыка. Канонада. Тәүфиҡ менән Һылыу етәкләшеп инәләр.

Тәүфиҡ. Һылыу, йәнем! Бына туй ҙа үтте... Әлбиттә, ҡыңғыраулы дуғалар, ҡыҙыл таҫмалы аттар менән һине килен  итеп төшөртөп булманы...

Һылыу. Тәүфиҡ, уның ҡарауы, йолабыҙҙы ихтирам итеп, Әхмәт Гәрәйевичтан  мине һоратып килеүең – үҙе бер дәрәжәле ваҡиға булды бит!

Тәүфиҡ. Тотош санитар эскадрондың атаһы тиһәң дә була Әхмәт Гәрәйевичты!  (Ҡыланып.) “Бәхетле итерһеңме?” тип һорауы ғына ни тора!

Һылыу. Ә һин нимә тинең?

Тәүфиҡ. “Мотлаҡ бәхетле буласаҡбыҙ!” – тинем!

Һылыу.Эйе, Тәүфиҡ, беҙ мотлаҡ бәхетле буласаҡбыҙ! (Вальс әйләнгәндәй итәләр, сумкаһынан фата сығара, башына һала.) Ошо фатаны һаҡларға тырышасаҡмын!

Тәүфиҡ. Туй көндө марляны шундай матур итеп нисек ҡатырғайнығыҙ ул?

Һылыу. Ҡыҙҙар картуфты ҡырып, крахмалына ҡатырҙылар. Матур бит?

Тәүфиҡ. Ныҡ матур. Һылыу!

Һылыу. Әү?

Тәүфиҡ. Алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр мине. Полк табибы итеп. Яраланған  табип урынына. Оҙаҡ тотмаҫтар. Кире ҡайтырмын.

Һылыу. Алғы һыҙыҡтан береһен дә кире ебәргәндәре юҡ, Тәүфиҡ.

Тәүфиҡ. Һылыу... Үҙеңде һаҡла. Әсәйҙәр хаҡына. Минең хаҡҡа. Яралылар хаҡына.

Һылыу. Эйе, Тәүфиҡ, һуғыштың үҙ талаптары.  Айырылышыуҙы күңелем һиҙә ине.

Тәүфиҡ.  Фашисты Еңеү хаҡына бар һынауҙарға ла түҙербеҙ, Һылыу! (Һағышлы көй. Тәүфиҡ ҡулын болғай-болғай һаубуллашып сығып китә. Аҙаҡ  Һылыу  икенсе яҡҡа йүгереп сығып китә.)

Канонада. Атыу тауыштары.

Санитар. Яралы иптәштәр! Беҙ ҡамауҙа ҡалдыҡ, ахыры. Ишетәһегеҙме,  фашистар ут асты!

Биктаһир. Иптәш лейтенант! Һылыу! Аня! Миндинур! Беҙгә ҡарамағыҙ! Һеҙ ҡасығыҙ!

Батырғәле. Ҡыҙҙар! Ҡасығыҙ! Беҙ – ярты кеше! Һеҙ ҡотола алаһығыҙ!

Анна. Иптәштәр! Тынысланығыҙ! Был мәктәпкә бөгөн генә 700 яралыны урынлаштырҙыҡ.

Һылыу. Беҙ бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ! Яралылар ҡайҙа – беҙ шунда. Тынысланығыҙ, иптәштәр!

Миндинур (йүгереп йөрөп тирә-яҡты байҡай). Һылыуҡай! Аннушка! Фашистар ары китте!

Анна. Яралыларҙы ҡарарға!

Хәкимйән (йүгереп инә). Иптәштәр! Былар ҡамауҙан ҡасып барған фашистар булып сыҡты!

Биктаһир. Анна Наумовна! Ҡыҙҙар! Рәхмәт һеҙгә! Иптәш лейтенант! Рәхмәт һеҙгә!

Һылыу. Иптәштәр! Хәлдең киҫкен булғанын  мәктәп эсендәге яралылар белмәһен! Әлеге хәлде онотоғоҙ, әммә һаҡ булыу кәрәклеген иҫтә тотоғоҙ! (Сыға.)

Хәҙисә менән Миндинур тас күтәреп марля элергә инә, тирә-яҡҡа иғтибар ҙа итмәй, элә башлайҙар. Егеттәр уларҙы шаярта.

Батырғәле. Ана бит, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар! Хәҙисә, әйт әле, сәғәт нисә? Хәҙисә! Ҡояш кеүек көн буйы йылмайып нурын сәсә!

Хәкимйән. Миндинур! Һин – Ҡояштан килгән нур! Ай ҙа биргән һиңә нур! Күңелдәрең тулы нур!

Биктаһир. Ҡыҙҙар, әллә йырлап алабыҙмы? Селтәр элдем ситәнгә...

Миндинур. Елфер-елфер итергә...Егеттәр! Беҙ бейей ҙә беләбеҙ!

Хәҙисә. Миндинур, әйҙә, әлеге “Ситән” бейеүен!

Миндинур. Әйҙәгеҙ, Анна Наумовна! Төшәйек беҙҙеңсә бейергә!

Анна. Минең дә һеҙҙеңсә бейегем килеп киттесе! “Ситән” икән, “Ситән” булһын!

Бергә: Селтәр элдем ситәнгә

            Елфер-елфер итергә.

            Беҙ ант иттек күмәкләшеп,

            Берлинғаса етергә!

           Берлинын да алырбыҙ

           Уттарҙа ла янырбыҙ,

          Фашистарҙың өй башына:

           Беҙ еңдек, тип яҙырбыҙ!

         Селтәр элдем ситәнгә,

         Елфер-елфер итергә

         Беҙ киләбеҙ бар илдәрҙе

         Дуҫ-туғандаш итергә.

        Берлинын да алырбыҙ

        Уттарҙа ла янырбыҙ,

     Фашистарҙың өй башына:

   Беҙ еңдек,  тип яҙырбыҙ!

Һылыу инә. Ҡайғылы. Хат тотҡан. Иптәштәр бейегәндә ситтә тора. Уны күреп ҡалып бөтәһе лә тынып ҡала. Һылыу офоҡҡа ҡулдарын һуҙа.

Һылыу. Тәүфииииҡ... (Һағышлы көй.)

Миндинур (Һылыу эргәһенә баҫа, сәстәрен күреп ҡала) Һылыу? Һинең сәстәрең... салланған?. 

Һылыу. Һиҙмәнемсе...

Анна (Һылыу эргәһенә килә, ҡараштары алыҫҡа төбәлгән). Сәс салланғанда тән ауыртмай. Күңел ауырта.  Ә минең сал сәсле сабыйҙарҙы күргәнем булды. Фашистар концлагерҙа улар өҫтөндә тәжрибәләр үткәргән. Төрлө препараттарҙы һынағандар. Беҙҙекеләр азат иткәндә, ошо балаларҙы күргәс, алтмыш йәшлек ирҙәрҙең дә йөрәк майҙары һыҙылды...

Һағышлы көй. Һылыу инә. Сәхнәлә бер үҙе. Ҡулында аҡ халаты.

Һылыу. Тәүфиҡ! Һәр ваҡыт эргәмдә кеүекһең. Шуға ла күңелемдән генә һинең менән кәңәшләшәм, хәлдәремде уртаҡлашам.

  Еңеү яҙын мин Берлинда ҡаршыланым. Табиптар, илде аяҡҡа баҫтырырлыҡ табиптар, бик күп кәрәк буласаҡ киләсәктә, тигәйнең.  Ысынлап та шулай. Мин медицина институтын тамамланым. Йөрәк ауырыуҙары буйынса юғары квалификациялы белгес мин хәҙер.  

Бына икенсе  тапҡыр БАССР Юғары советына депутат итеп һайландым. Кеше һаулығы, халыҡтың матур йәшәүе өсөн бар тырышлығым.

Ә һинең, минең һәм бөтә совет халҡының иң ҙур ҡаҙанышы – ул фашизмды еңеү!

 

Сценарий яҙғанда мәғлүмәт биреүселәр: М.С. Бураҡаева – С. Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Р.Р. Мирғәлин – Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге Үрге Ҡыйғы Тирә-яҡты өйрәнеү музейы директоры,  С. В. Харисова –Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас