“Тыуған ерен, халҡын ҙурланы!..”

Уҡытыусылар ижады Мөнир ИҠСАНОВ

ҠАҺАРМАН ЗАТ
Уҡытыусы, публицист һәм яҙыусы
Ризван Хажиевҡа мәҙхиә
Ризван Хажи атлы ир-уҙаман –
Мәсетленең аҫыл уланы –
Юлъяҙмасы, йылъяҙмасы булып,
Тыуған ерен, халҡын ҙурланы!
Ҡошсо* тоҡомонан булғанғамы,
Талмаҫ ҡанат ине күңеле!

Урал бөркөтөндәй сөйөлдө лә
Бейектәрҙе генә иңләне!
Ҡаны менән түгел, йәне менән
Салауатҡа булды ырыуҙаш!
Ҡаурый тотоп, сал быуаттар аша
Салауатҡа булды арҡаҙаш!
Уның өсөн яу майҙаны ине
Милләт аңы, милләт көрәше!
Башҡортоноң рухи күркәмлеге,
Иреклеге өсөн серәште!

 

Башҡорт күңеленә оялаған
Яманатлы заңды, ғөрөфтө
Ялҡынлы һүҙ менән тар-мар итте,
Яҡтылыҡҡа хаҡ юл күрһәтте!
Салауатҡа еңел булмағандай,
Ризванға ла еңел булманы!
Йән дуҫылай күргән заманы ла
Ҡан дошмандай уны ялманы!
Тиңһеҙ алышында еңелмәне,
Батыр һымаҡ, еңеү татыны!
Алышына сөнки әйҙәне ул
Ғәзиз илде, ғәзиз Ватанды!
Һынатманы уны яуҙаштары –
Ишмөхәмәт, Рәүеф, Ғәлийән!..**
Салауатҡай ҡарыуланған кеүек
Байыҡ Айҙар тигән сәсәндән,
Арманланды Ризван, һабаҡ алып,
Мәшһүр Марат менән Жәлилдән!***
Ҡәләм сарлап, моңға ул зар булды!
Илен йырлап, ырыҫ йыйҙы ул!
Изге көрәш менән, Салауаттай,
Үҙ-үҙенә һәйкәл ҡойҙо ул!
Салауаттың үлмәҫ гүзәл һыны
Балҡып тора мәғрур суйында!
Ризван шулай, ҡаһарман зат булып,
Мәңге йәшәр Китап һынында!
АҠ СӘСКӘЛӘР
Көҙҙөң сыуаҡ, тантаналы көнө.
Ҡулдарына тотоп аҡ сәскә,
Сыуаҡ йөҙҙәр, сыуаҡ уйҙар менән
Уҡыусылар инә мәктәпкә.

 

Мәктәп тупһаһында, ҡолас йәйеп,
Уҡытыусы көтә уларҙы.
Уҡытыусы ҡараштары, гүйә,
Көләс, йылы ҡояш нурҙары.
Бүләк итеп, һуҙа уҡыусылар
Мөғәллимгә гөлдәр бәйләмен.
Гөлдәрме ни?! Ала уҡытыусы
Устарына бала йөрәген!
Уҡытыусы өсөн бала йәне –
Атып ҡына килгән аҡ сәскә.
Донъялыҡтың ҡырыҫ ҡосағында
Үтә наҙлы, үтә саф, нескә.
Уҡытыусы – шул сәскәне ҡурсып,
Тәрбиәләп торған баҡсасы.
Шул сәскәне Ватан күрке итеү –
Изгеләрҙән-изге маҡсаты.
Маҡсатына өлгәшергә теләп,
Аҙмы ваҡыт, аҙмы көс түгә!
Ҡыйналмаһын өсөн, һаҡлыҡ менән
Ул ҡағыла күңел-сәскәгә.
Ул тамыры менән йолҡоп ташлай,
Күңелдәге ҡыйҙы утаһа.
Булһын күңел нәфис, ҡөҙрәтле тип,
Ғилем, әҙәп менән һуғара.
Уҡытыусы – илдең ул ырыҫы,
Емеш биргән саҡта һөнәре,
Тормош сәхрәһендә урын табып,
Сәскә атһа үҫкән гөлдәре.
Көндөң алсаҡ, ҡайнар-гөрләр мәле...
Аҡ сәскәләр кеүек, сәсеп йәм,
Яҡты йөҙҙәр, яҡшы уйҙар менән
Уҡыусылар сыға дәрестән.

 

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас