Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы

Быйылғы конкурста илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 250 педагог ҡатнаша, финалға үткән 111 конкурсант көс һынаша. Бөгөн бәйгенең һуңғы этабында 6 номинацияла еңеүселәр асыҡланасаҡ.

Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсыХ Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы
Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы

Баш ҡалабыҙҙа 11 – 15 майҙа Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы уҙа. Был конкурс ун йыл элек, 2015 йылда, Бөтөн Рәсәй Мәғариф профсоюздары ойошмаһы тарафынан РФ Мәғариф министрлығы булышлығында ойошторолған. Бәйге өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы педагогтарҙың һөнәри кимәлен, статусын үҫтереүгә һәм белем биреү ойошмаларының ролен күтәреүгә йүнәлтелгән.
11 майҙа конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы өҫтәмә белем биреү ойошмаларының эш алымдары менән танышты.
12 майҙа “Торатау” конгресс-холында Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы тантаналы асылды. Быйылғы конкурста илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 250 педагог ҡатнаша, финалға үткән 111 конкурсант көс һынаша. Бөгөн бәйгенең һуңғы этабында 6 номинацияла еңеүселәр асыҡланасаҡ.
Конкурсты асыуҙа Бөтөн Рәсәй Мәғариф профсоюздары рәйесе Лариса Александровна Солодилова ҡатнашты. Ул конкурстың барлыҡҡа килеү тарихын бәйән итте һәм үҙ сығышында шуларҙы билдәләне:
“Иң беренсе сиратта беҙҙе ҡаршы алған ҡунаҡсыл Башҡортостан еренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Бөгөн миңә күптәр ни өсөн Арктур тигән һорау бирҙе. Күптәрҙе конкурстың атамаһы ҡыҙыҡһындыра. Арктур ғаләмдәге иң яҡты йондоҙлоҡтарҙың береһе – сағыу ижади педагогтар ҡатнашҡанға күрә лә был атама конкурсҡа тап килеп тора.
Конкурстың үткәрелеү дәүерендә барлығы 2 меңдән ашыу педагог ҡатнашты. Быйылғы конкурсты мәртәбәле жюри баһалаясаҡ”.
Конкурс сиктәрендә иртәгә, 13 майҙа “Торатау” конгресс-хоолында “Өҫтәмә белем биреү педагогының һөнәри портфеле: әҙерлектән үҫешкә табан” тип аталған Форум уҙғарыласаҡ.
(А. Нурмөхәмәтов фотоһы.)

Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы
Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы
Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы
Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы
Х Бөтөн Рәсәй “Арктур” һөнәри конкурсы
Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас