Съездың эше ҡаланың белем усаҡтарында "Йәншишмә" , "Аҫылташ", "Гөлөстан", "Аҡбуҙат", "Самрау", "Шүлгән", "Иҙел" тигән майҙансыҡтарға бүлеп ойошторолған.
Сараны ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, ә ҡатнашыусылары булып республиканан һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән килгән делегаттар, шулай уҡ төрлө белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, белем биреү идаралыҡтарының туған телдәр буйынса методистары, "Филология", "Педагогик белем" профиле буйынса белем алыусы һөнәри белем биреү һәм юғары белем биреү ойошмалары студенттары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр, ата-әсәләр йәмәғәтселәре, фән вәкилдәре тора.
Съезд барышында заманса башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе уҡытыу, үҫтереүҙә булған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәш-төңәш белеү, шулай уҡ башҡалала урынлашҡан төрлө алдынғы белем усаҡтары эшмәкәрлеге менән танышыу һәм бүлешеү һәм шулай уҡ республикала сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылыу ҡаралған.