Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле уҡытыусыларының ll Бөтә Рәсәй съезына йыйылған ҡатнашыусылар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты.

Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алыштыДелегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты
Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле уҡытыусыларының ll Бөтә Рәсәй съезына йыйылған ҡатнашыусылар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты.
Модераторҙар Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Вәкил ҡыҙы Әбделмәнова майҙансыҡтың эшен йәнле итеп ойошторҙо.
«Республикала башҡорт телен үҫтереү буйынса бихисап эштәр башҡарыла: төбәк-ара конкурстар, олимпиадалар, уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге олимпиадалары һ.б. Беҙҙең республикала туған тел уҡытыуҙы күп ерҙәрҙә өлгө итеп ҡуялар. Шулай ҙа башҡорт телен уҡытыу кимәле менән риза булмағандар күп. Бының сәбәбе нимәлә һәм был юҫыҡта нимәләр эшләргә була?» - тигән һорау менән башланды әңгәмә.
Сәғәт ярым эсендә бик файҙалы, эшлекле һөйләшеү килеп сыҡты.
Әңгәмәлә республиканың һәм күрше өлкәләрҙән килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, фән белгестәре, мәғариф ветерандары, методистар, дәреслек авторҙары ҡатнашты.
Съезда ҡатнашыусылар һорауға яуап итеп, дәреслектәрҙең ҡатмарлашыуы, Федераль белем биреү стандарттарының йоғонтоһо, балаларҙың туған телгә генә түгел, ғөмүмән, бөтә предметтарға ла ҡыҙыҡһыныуҙары кәмеүен билдәләнеләр.
Төрлө фекерҙәр яңғыраны. Шулай ҙа, элеккесә, телде иң беренсе сиратта ғаиләлә һаҡлау, атай-әсәйҙәрҙең тырышлығы, әүҙемлеге, уҡытыусы, тәрбиәсе менән бер төптән килешеп эшләүе - телде өйрәтеүҙә иң мөһиме, тигән фекер күберәк яңғыраны.
Ырымбур өлкәһенән килгән мәғариф ветераны Сания Кузбаева, уҡытыусы булараҡ ҡына түгел, өләсәй булараҡ, балаларға башҡорт телендәге йәнһүрәттәрҙе арттырыу, рус телендәгеләрен тәржемә итеү тәҡдимен индерҙе.
Модераторҙар был йүнәлештә эш алып барылыуы, тәүге йәнһүрәттең әҙер булыуы хаҡында әйтте.
Башҡорт теле уҡытыусылары дәрестә уҡыусыларҙы телде белеү-белмәү кимәленә ҡарап төркөмдәргә бүлеү, һәр башланғысты хуплау, ике телдә интеллектуаль уйындар булдырыу, темаларҙы ябай итеп, уйын формаһында өйрәтеү, милли мәктәптәрҙә кластан тыш сараларҙы башҡорт телендә үткәреү һәм башланғыс кластарҙа һөйләү предметтарын башҡорт телендә ойоштороу, бөтә линиялар буйынса ла башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын камиллаштырыу кеүек теләктәрен еткерҙе.
Сибай гимназияһы уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова, үҙ эш тәжрибәһенән сығып, уҡыусыларға өйгә эштәр биргәндә дәреслектәр менән сикләнмәү, ә атай-әсәйҙәрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе лә йәлеп итерлек ҡыҙыҡлы эштәр биреү тәҡдимен индерҙе.
«Тыуған яғыңдың ер-һыу атамаларын яҙып алып килеүгә, мәҫәлән, бар ғаилә йәлеп ителә. Ошолай итеп, өлкәндәр һәм бала араһында туған телдә һөйләшеү, аралашыу барлыҡҡа килә», - тине ул.
Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһы уҡытыусыһы Фәнгизә Нафиҡова уҡытыусыларға өҫтәлмә эш алыуҙан баш тартмаҫҡа, дәрестән тыш эштәр уҡыусыларҙы туған телгә өйрәтеүҙә, тәрбиәләүҙә ҙур мөмкинлектәр биреүе тураһында әйтте.
Татарстан Республикаһынан килгән Айгөл Илдар ҡыҙы балаларҙы туған телгә өйрәтеү проблемаларының Башҡортостанда ғына түгел, башҡа ерҙәрҙә лә ошолай киҫкен тороуын билдәләне, был йүнәлештә бергәләшеп, килешеп, кәңәшләшеп эшләү кәрәклеген әйтте.
Туған телдәр буйынса методистар исеменән һүҙ алып, Өфө ҡалаһынан Зөлхизә Вәлиуллина эштең тейешлесә баһаланмауы,
методистарҙың күп осраҡта иғтибарҙан ситтә ҡалыуы тураһында фекерҙәрен еткерҙе. Киләсәктә, бәлки, уҡытыусылар менән бергә методистар өсөн дә кәңәшмәләр, стажировкалар булдырылыр, конкурстар ойошторолор тигән өмөтлө уйҙарын да еткерҙе. Шулай уҡ социаль селтәрҙә эште киңәйтеү, башҡорт блогерҙарын үҫтереү, һәр яҡлап күтәрмәләү кәрәклеген өыҙыҡ өҫтөнә алды.
Съезда педагог, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы М.И. Бауаетдинова; ғалимдар: филология фәндәре докторы М.Ғ. Усманова; филология фәндәре докторы Х.В. Солтанбаева; филология фәндәре докторы Ю.В. Псәнчин;
филология фәндәре кандидаты Ф.Б. Санъяров; педагогия фәндәре кандидаты М.С. Дәүләтшина сығыш яһаны, дәреслектәр өҫтөндә эшләү өсөн ижади ҡарашлы кешеләрҙән тупланған ойошма булдырыу, тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, башҡорт теле уҡыусылары өсөн курстар ойоштороу, йәштәрҙе уҡытыу эшенә йәлеп итеү өсөн дәртләндереү сараларын уйлау тураһында үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
«Башҡорт теле уҡытыусыһы, маяҡ кеүек, һәр яҡлап алдынғы булып, үҙ артынан башҡалары эйәртә белһен, белемле, тәрбиәле уҡытыусы абруйлы була», тигән фекергә килделәр был ҡорҙа.
Ултырыш аҙағында ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып төҙөлгән резолюция ҡабул ителде.

Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты
Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты
Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты
Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты
Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты
Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты
Делегаттар «Гөлөстан» секцияһында фекер алышты
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас