"Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!"

Радий Хәбиров: Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!

"Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!""Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!"
"Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!"

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

"Беҙ һеҙҙең менән балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү балалар өсөн сағыу һәм мауыҡтырғыс булырға тейешлеге хаҡында һөйләштек. Был осорҙа телде уңышлы үҙләштереү өсөн бик мөһим ваҡыт. Мәғариф һәм фән министрлығынан, Мәғарифты үҫтереү институтынан, юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың профилле кафедраларынан был мәсьәләне хәл итеүгә әүҙемерәк ҡушылыуығыҙҙы һорайым. Был эшкә йәш педагог-практиктарҙы йәлеп итергә кәрәк, тип иҫәпләйем.

Яңы методикалар, үҫтереүсе уйындар менән, һис шикһеҙ, ата-әсәләрҙең балалар баҡсаларында һәм ғаиләләрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә һорауы ла артасаҡ. Быйыл Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы ярҙамында бер нисә балалар баҡсаһында «Аҡбуҙат» инновацион проекты тормошҡа ашырыла, ул мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт теленең иң киң ҡулланылған 100 һүҙен үҙләштерергә ярҙам итә. Был проектты һынап ҡарағандан һуң республиканың бөтә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына таратырға тәҡдим итәм. Беҙҙең бурыс - мәктәп уҡыусыһында традицион ҡиммәттәргә таянып, гармониялы шәхес һәм патриот тәрбиәләү.

Былтыр этнопедагогика идеялары нигеҙендә 1-9 класс уҡыусылары өсөн «Тәрбиә дәрестәре» белем биреү программаһы әҙерләнгән һәм нәшер ителгән. Был программаны бөтә милли һәм полилингваль мәктәптәрҙә индерергә тәҡдим итәм.

Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Айырыуса «Урал батыр» халыҡ эпосын - донъя әҙәбиәтенең уникаль боронғо әҫәрен айырып әйтәм. Был тере башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһын артабан да һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм", - тине Республика Башлығы

"Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!"
"Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!"
"Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!"
"Йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм!"
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас