«Өҫтәмә белем биреү педагогының һөнәри портфеле: әҙерлектән үҫешкә табан» форумы

11 майҙан алып 15 майға тиклем Өфө ҡалаһының «Торатау» конгресс-холында «Өҫтәмә белем биреү педагогының һөнәри портфеле: әҙерлектән үҫешкә табан» Форумы үтә.

«Өҫтәмә белем биреү педагогының һөнәри портфеле: әҙерлектән үҫешкә табан» форумы«Өҫтәмә белем биреү педагогының һөнәри портфеле: әҙерлектән үҫешкә табан» форумы
«Өҫтәмә белем биреү педагогының һөнәри портфеле: әҙерлектән үҫешкә табан» форумы

Шулай уҡ Форум сиктәрендә X Бөтөн Рәсәй «Арктур» һөнәри конкурсының финал туры уҙҙы. Конкурстың ойоштороусыһы Бөтөн Рәсәй Мәғариф профсоюзы. Форумға ғалим-методистар, өҫтәмә белем биреү ойошмалары етәкселәре һәм педагогтары саҡырылған. Сара программаһында түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ кластары үтте, педагогтар эш алымдарын ғәмәлдә күрһәтте. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә белем биреү ойошмалары: В.М. Комаров ис. Балалар ижады һарайы, «Таланттар ҡалаһы» Үҫеш һәм ижад үҙәге, «Глобус» Балалар ижады үҙәге, Өфө ҡалаһының «Фортуна» экологик үҙәге лә ҡатнашыусыларҙы үҙ ойошмаларында ҡаршылап, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Форумдың мәҙәни программаһы ла ифрат бай булды, ҡунаҡтарҙа йылы тәьҫораттар тыуҙырҙы. Был сарала ҡатнашыу педагогтарға үҙҙәрен Бөтөн Рәсәй кимәлендә танытырға, мәғариф үҫешенә үҙ өлөштәрен индерергә мөмкинлек бирҙе. Форум өҫтәмә белем биреү системаһы үҫешендә юғары баҫҡыс булып, педагогтарҙың һөнәри офоҡтарын киңәйтер.

Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас