Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты – рухи-мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлау һәм тапшырыу алып барған, этномәҙәни мөхит булдырған Башҡортостан Республикаһының алдынғы милли мәғариф учреждениеһы.
Р. Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ-ның айырым индивидуаллеген уның З.В. Хисмәтуллина исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы бирә. Уны булдырыу инициаторы һәм 20 йылдан ашыу даими етәксеһе – район тарихына һәм башҡорт халҡының мәҙәниәтенә битараф булмаған шәхес, география уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Өфөнөң почетлы гражданины Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина була.
Музейҙы формалаштырыу 1977 йылда башлана. Зөмәрә Хисмәтуллинаның ойоштороу һәләте һәм эшенә бирелгәнлеге арҡаһында мәктәп нигеҙендә ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырылған бәләкәй генә мәктәп мөйөшө – республика һәм Рәсәй кимәлендәге этнографик музей ҡиммәтенә әйләнде.
Егерменсе быуаттың 80 – 90-сы йылдарында беҙҙең музей РСФСР-ҙың мәктәп музейҙары араһында алдынғылыҡты бирмәне, уның өлгөһөндә башҡалары ла булдырылды. Бының дәлиле булып РСФСР Мәғариф министрлығының гимназияның тыуған яҡты өйрәнеү музейына «Халыҡ музейы» тигән исем биреү тураһындағы ҡарары тора, ә аҙағыраҡ «Рәсәйҙең иң яҡшы музейы» исеменә лайыҡ була. 1994 йылда тарихи-этнографик музей Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәте Үҙәк Советы Президиумы ойошторған республика музейҙар смотрында беренсе урынды яулай.
1990 йылда илдең социаль-иҡтисади тормошо тамырынан үҙгәрештәргә бәйле булыуға ҡарамаҫтан, музейыбыҙ йәшәүен һәм үҫешен дауам итте.
Статусы буйынса музей комплекслы, ә 2017 йылда гимназияның педагогик советы ҡарары менән музей үҙенә нигеҙ һалыусының исемен ала. Хәҙер был – З.В. Хисмәтуллина исемендәге тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Ул Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә эшләй, ә фондтарҙы иҫәпкә алыу һәм һаҡлау өлөшө «Рәсәй Федерацияһының музей фонды һәм Рәсәй Федерацияһы музейҙары тураһында» Федераль законына таяна.
Музей коллекцияларында ағас һауыт-һаба, сигеү һәм туҡыу әйберҙәре, традицион ҡатын-ҡыҙ кейемдәренең тулы ассортименты, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, көнкүреш әйберҙәре, башҡорт ҡоралдары бар. Музейҙың ғорурлығы булып XIX быуат аҙағындағы «ҡәмәрҙәр» тора (ҡара көмөш өҫтөнә ярым аҫыл таштар менән биҙәлгән ҙур йөйлө киң билбау), ул кантон начальнигы Теләктең әйберҙәре иҫәпләнә, шулай уҡ йөҙ йыл элек Ҡаһирәлә сыҡҡан ғәрәп телендәге һирәк китаптар, Бөйөк Ватан һуғышы генералдары Т.Т. Күсимов, Г.А. Белов, авиамаршал И.И. Пстыголарҙың гимнастеркалары һәм кепкалары, М.М. Шайморатов исемендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һуғыш урындарынан табылған походтарҙан килтерелгән гильзалары, һуғыш йылдарындағы хаттары, снаряд оболочкалары бар.
Бөгөн музей заманса белем биреү стандарттары, тиҙ үҙгәреүсән технологиялар шарттарында эшләй.
Мәктәп музейының маҡсаты – юғары класс уҡыусыларында гражданлыҡ һәм патриотик сифаттар тәрбиәләү, уларҙың офоҡтарын киңәйтеү һәм танып белеү ҡыҙыҡһыныуҙарын, һәләттәрен тәрбиәләү. Патриотик тәрбиә рухи-әхлаҡи, тарихи-край, хәрби-патриотик, социаль-патриотик, гражданлыҡ-патриотик һәм героик-патриотик йүнәлештәре буйынса тормошҡа ашырыла. Ошо йүнәлештәргә ярашлы, мәктәп уҡыусыларының музей эшмәкәрлеге тарихи реконструкциялау, гражданлыҡ-патриотик һәм героик-патриотик йүнәлештәге проектлау-тикшеренеү эшмәкәрлеге, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эҙләнеү эштәре формалары аша алып барыла. Уҡыусылар эҙләнеү эшмәкәрлегенең практик күнекмәләрен үҙләштерә.
Музей эшенең төп йүнәлештәренең береһе булып экскурсия эшмәкәрлеге тора.
Гимназияла «Экскурсоводтар мәктәбе» эшләй. Экскурсиялар телмәр мәҙәниәтен үҫтереүҙең шәп ҡоралы булып тора, бынан тыш, йәш экскурсоводтар үҙе уҡыған уҡыу йортонда данлыҡлы һәм популяр була, был, тәжрибә күрһәтеүенсә, балаларҙа үҙ-үҙенә ҡарата ихтирам һәм ышаныс тыуҙыра. Йыл һайын уҡыусылар башҡорт гимназияһына килгән төрлө делегация ағзалары өсөн йөҙҙән ашыу экскурсия үткәрә. Экскурсиялар ике телдә – башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыла. Тарих дауамында республика гимназияһы музейына Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең абруйлы сәйәси эшмәкәрҙәре, шулай уҡ 70-тән ашыу сит ил вәкилдәре, мәҫәлән, АҠШ, Венгрия, Төркиә, Дания, Голландия, Монголия, Мозамбик һ.б. илдән килгән ҡунаҡтар килде. Бер кемде лә уникаль экспонаттар битараф ҡалдыра алманы.
2018 – 2019 йылдарҙа гимназистар Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге ҙур сараларҙа ҡатнашыусылар өсөн экскурсиялар үткәрҙе.
Шулай итеп, 2018 йылдың октябрендә музейҙа Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең 6-сы съезында 250 ҡатнашыусы, 2019 йылдың майында башҡорт теле уҡытыусыларының Беренсе республика съезында 150 делегат, 2019 йылдың октябрендә 4-се халыҡ-ара Гуманитар форумда ҡатнашҡан Татарстан Республикаһы, Курск өлкәһе, Ханты-Мансийск автономиялы округынан 80 делегат булды.
2018 йылдың 4 майында беҙҙә Рәсәй Геройы, осоусы-космонавт Сергей Николаевич Ревин, 2019 йылдың декабрендә Рәсәй сәйәсмәне һәм билдәле боксер Николай Сергеевич Валуев та музей менән танышты. 2023 йылдың июнендә күренекле дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр Владимир Ростиславович Мединскийҙа музей күргәҙмәләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Музей эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып беҙҙең балалар төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша. 2018/2019 уҡыу йылында гимназиянан музей активистары белем биреү ойошмалары музейҙары Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашып, «Музей тарихы» номинацияһында 2019 йылда беренсе урын яуланы һәм шул йылдың октябрендә егеттәр Мәскәүҙә уҙғарылған бәйгенең финалында ҡатнашып, призер булды – өсөнсө урын яуланы.
Һуңғы тиҫтә йылда интернеттың медиа-мөмкинлектәре музей һәм мәктәп эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн яңы стимулға әйләнде. Инновацион технологияларҙың интеграцияһы уҡыусыларҙы һәр яҡлап үҫтереү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, юғары класс уҡыусылары башланғысы менән мәктәп сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә музей экспонаттары тураһында мәғлүмәтте киң ҡулланыу мөмкинлеген бирер өсөн музей биттәре асылды. Балалар бигерәк тә төшөрөү һәм монтажлау процесын яратты. Шулай итеп, музей эшмәкәрҙәре бер нисә видеоэкскурсия әҙерләне һәм яҙҙырҙы, унда егеттәр музей тарихы һәм күргәҙмәләре тураһында һөйләй. Былтырғы уҡыу йылында музей эшмәкәре Анастасия Григорьеваның «Башҡорт биҙәүестәре донъяһына сәйәхәт» видеоэкскурсияһы Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған экскурсоводтарҙың республика конкурсында беренсе урын яуланы.
Зөмәрә Хисмәтуллина исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы – «мәктәп музейы активтары» уңышлы эшләгән гимназия майҙансығы ла. Музей активтары менән эшләүҙең перспективалы ысулы булып уҡыусыларҙа ижади башланғысты бик яҡшы әүҙемләштереүсе проект эшмәкәрлеге тора. Активистар «Музей төнө» проектын икенсе йыл тормошҡа ашыра. Балалар тема уйлап таба, программа эшләй, бурыстарҙы бүлеп бирә. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында музей төнө Башҡортостан тарихына һәм мәҙәниәтенә арналды. Проект үҙ эсенә бер нисә сараны алды: квестар, оҫталыҡ дәрестәре, «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны һәм беҙҙең сығарылыш уҡыусылары өсөн музей буйлап төнгө экскурсия ойошторҙо. Унда балалар, сығарылыш уҡыусыларының альбомдарын ҡарағандан һуң, мәктәп музейы үткәндәрҙең документаль дәлилдәрен туплап ҡына ҡалмай, ә бөгөнгө мәктәп йылъяҙмаһын да төҙөй, тигән һығымтаға килде.
Бигерәк тә юғары класс уҡыусылары уйын проекттарын ярата, сөнки тап уйын барышында хис-тойғолар әүҙемләшә. Квест-экскурсия барышында, логик мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, балалар музей экспонаттарына нығыраҡ ихлас ҡарай, мәғлүмәтте тиҙерәк үҙләштерә, коллективта иркенерәк аралаша. Был йәһәттән дә уңыштарыбыҙ бар. Музей дәрестәрен үҫтереү буйынса «Мәктәп музейы. Киләсәккә ҡараш» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, беҙҙең команда мәктәп музейында квест дәресе эшләне һәм «Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеү» номинацияһында еңеп сыҡты. Награданы алыу өсөн былтыр октябрҙә беҙҙе йыл һайын үткәрелгән «Еңеү мәктәп музейы» съезына саҡырҙылар, унда илебеҙҙең 42 төбәгенән балалар һәм уҡытыусылар йыйылды.
Бөгөн «Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» Федераль проекты мәктәп музейҙарына иғтибар бүлә, беҙҙең мәктәп музейы «Еңеү мәктәп музейы» оҙайлы программаһына инде һәм мәктәпкә Еңеү музейы партнеры статусы бирелде. Ә 2024 йылдың сентябрендә гимназия музейы Еңеүҙең музейы рейтингында Топ-100 мәктәп исемлегенә инде.
Проект эшмәкәрлеге өсөн ҙур этәргес булып Еңеү музейы ойошторған конкурстар торҙо, уларҙа беҙ 2022 йылда партнер булдыҡ. Конкурс проекттарының төп продукты урындағы тарих видеояҙмалары булды. Проект өҫтөндә эшләүҙең бөтә процесы тикшеренеү күнекмәләрен үҫтереүгә, график һәм видеоматериалдар менән эшләүгә, шул иҫәптән видеояҙмалар төшөрөүгә, монтажлауға һәм дубляжға, шулай уҡ уларҙы эксперттар берләшмәһенә тәҡдим итә белеүгә булышлыҡ итә. 2022 йылда Еңеү музейы ойошторған мәктәп музейҙары араһында Бөтә Рәсәй видеоконкурсында «Минең районымдың мәҙәни йолалары» номинацияһында еңеү, 2023 йылда «Маршал Жуков» конкурсында еңеү булды. Һөҙөмтәлә гимназиябыҙ мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейында Еңеү маршалы, дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы, ике Еңеү ордены кавалеры Георгий Константинович Жуковтың шәхси әйберҙәрен ҡуйыу хоҡуғын алды. Саха Якутия Республикаһы һәм Алтай крайы менән берлектәге проект балалар өсөн ҡыҙыҡлы булып китте. Егеттәр социаль селтәрҙә «Хәтер – беҙҙең выждан» тигән сәхифә асып, бер-береһенә үҙ төбәктәренең үткәндәренең данлы биттәрен һөйләй.
Шулай итеп, Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы – холоҡ, рухтың иң яҡшы һыҙаттарын, сифаттарын тәрбиәләү урыны. Был – йәш быуындың ижади үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу киңлеге. Юғары кластарҙа тыуған яҡҡа ҡарата яҡты һөйөү тойғоһо, яҡташтары өсөн ихлас ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан мөхит ул З.В. Хисмәтуллина исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы!