+25 °С
Ясно


Конференцияла йәмәғәт эшмәкәрҙәре, БРмәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, колледж уҡытыусылары, студенттары ҡатнашты.
Асыҡ конференцияла республиканың 20-нән ашыу урта һөнәри белем биреү ойошмаһы эшләп, уларҙың студенттары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 79 Геройы хаҡында 79 доклад әҙерләне.
Бөйөк Ватан һуғышының героик ваҡиғалары, кавалерия дивизияһы хәрбиҙәре батырлыҡтары, Георгий Ветошников шәхесе иғтибар үҙәгендә торҙо.
Сараның тәүге өлөшөндә саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһаны, артабан республика колледждарың 14 студентының доклады тыңланылды.