"Һуғыш тураһында яҙыу ауыр, әммә кәрәк"

Һуғыш тураһында яҙыу ауыр, әммә кәрәк, — ти яҙыусы, журналист, "Ағиҙел " журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин.

"Һуғыш тураһында яҙыу ауыр, әммә кәрәк""Һуғыш тураһында яҙыу ауыр, әммә кәрәк"
"Һуғыш тураһында яҙыу ауыр, әммә кәрәк"

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙәге «АСТ» нәшриәтендә башҡорт журналисы Мөнир Ҡунафиндың «СВО: мин алыштан тере сыҡтым...» китабы донъя күрҙе һәм уның презентацияһы "КИТАП" нәшриәтенең кибетендә үтте.

 

Әйткәндәй, тәүге көндө үк бар китаптар һатып алынған, ә уҡыусылар тағы ла өҫтәмә экземплярҙар килеүен көтөүен белдергән.

 

Китаптың презентацияһына авторҙың дуҫтары, коллегалары, туғандары хуплап килде, сара бик йәнле үтте.

 

Әлбиттә, беҙ республикабыҙҙың хәрби корреспонденттары менән ғорурланабыҙ. Мөнир Ҡунафиндың таланты федераль кимәлдә лә билдәле. Китаптары Мәскәүҙә һатыла.

 

«СВО: мин алыштан тере ҡалдым...» китабы — ябай ваҡиғалар хроникаһы ғына түгел, ә һуғыш аша үтеп, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ышанысын һаҡлап ҡалған кешенең ысын хистәре лә.

 

Авторҙың әйтеүенсә: «Һуғыш тамамланыр, ә тарих ҡалыр».

"Һуғыш тураһында яҙыу ауыр, әммә кәрәк"
"Һуғыш тураһында яҙыу ауыр, әммә кәрәк"
"Һуғыш тураһында яҙыу ауыр, әммә кәрәк"
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас