Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
26 Май 2025, 10:25

Радий Хәбиров туристар өсөн тағы бер иғтибар үҙәге асырға вәғәҙә итте

Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ул Евразия күсмә цивилизациялар музейының эскиздарын, тарихи-мемориаль комплекстың төҙөкләндерелгәндән күренешен күрһәтте.

Радий Хәбиров туристар өсөн тағы бер иғтибар үҙәге асырға вәғәҙә итте
Радий Хәбиров туристар өсөн тағы бер иғтибар үҙәге асырға вәғәҙә итте

«Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм уға яҡын биләмә — Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса проектыбыҙҙың мөһим өлөшө, — тип уртаҡлашты республика Башлығы. — Был мосолмандар, республикабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ысын мәғәнәһендә изге урын.

 

Алдараҡ вәғәҙә иткәнсә, уны тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Беренсе аҙымдарҙы яһай башланыҡ».

 

Радий Хәбиров билдәләүенсә, иң мөһиме — мәҙәни мираҫ объектын ҡотҡарыу, бында аварияға ҡаршы эштәр үткәреү, кәшәнәнең һәм таш ҡәбер таштарының емерелеүен булдырмау.

 

«Алла бирһә, төбәктә тағы бер туристарҙы йәлеп итеү урынын асасаҡбыҙ», — тип йомғаҡланы Республика Башлығы.

Радий Хәбиров туристар өсөн тағы бер иғтибар үҙәге асырға вәғәҙә итте
Радий Хәбиров туристар өсөн тағы бер иғтибар үҙәге асырға вәғәҙә итте
Радий Хәбиров туристар өсөн тағы бер иғтибар үҙәге асырға вәғәҙә итте
Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас